Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бесән сабыуҙары бер мәл генә...

Ауыл халҡы өсөн йәй миҙгеле үтә лә мәшәҡәтле шул. Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү генә ни тора! Бигерәк тә ҡоролоҡ арҡаһында үлән үҫмәһә.

Ауыл халҡы өсөн йәй миҙгеле үтә лә мәшәҡәтле шул. Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү генә ни тора! Бигерәк тә ҡоролоҡ арҡаһында үлән үҫмәһә.
Әммә ауыл халҡы яландар буш тип ултыра алмай, ҡайһылайтҡанда ла мал ҡышлатыуҙы уйларға кәрәк. Тамаҡты алдап булмай, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Ауыл кешеһенең күҙ төбәп торғаны мал бит инде.
Йомағужа ауылында йәшәгән Ҡөтдөс менән Миңлегөл Илбаҡтиндар был төбәктә тәүгеләрҙән булып бесәнгә төшкән. Ишле малға (унлап һыйыр малы, биш йылҡы) ул күп кәрәк буласаҡ.
– Бөтөн ауыл халҡы, күҙҙе ҡыҙҙырып, еләк йыя, ә беҙ бесәнгә төштөк. Мал күп сөнки. Көндәр әлегә яуынһыҙ торғанда, былай ҙа йоҡа бесәнде юғалтмай йыйып ҡалырға кәрәк, – ти хужа.
Эйе, бесән сабыуҙары бер мәл генә. Илбаҡтиндарҙың да бесәнлектәре трактор геүләүенә, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күңелле тауыштарына күмелгән. Аҡланда бер-бер артлы күбәләр ҡалҡа.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: