Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙәре – матур бер тарих

Мөхәббәт, тоғролоҡ... Бер-береһенә бәйле гүзәл, ҡолаҡҡа яғымлы һүҙҙәр. Ысынлап та, тоғролоҡһоҙ – мөхәббәт, мөхәббәтһеҙ тоғролоҡ булмай инде ул. Хатта республикабыҙҙа булдырылған миҙал да “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип атала бит. Тәүге, саф хистәрен ғүмер буйына һаҡлап йәшәгән парҙарҙы бүләкләү өсөн ул.

Мөхәббәт, тоғролоҡ... Бер-береһенә бәйле гүзәл, ҡолаҡҡа яғымлы һүҙҙәр. Ысынлап та, тоғролоҡһоҙ – мөхәббәт, мөхәббәтһеҙ тоғролоҡ булмай инде ул. Хатта республикабыҙҙа булдырылған миҙал да “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип атала бит. Тәүге, саф хистәрен ғүмер буйына һаҡлап йәшәгән парҙарҙы бүләкләү өсөн ул.
Беҙҙең районда бер нисә ғаилә пары бүләкләнде лә инде ундай миҙал менән. Ә яңыраҡ был наградаға Үрге Ғәле ауылынан Булат Сәйфулла улы менән Һәҙиә Мәхәмәтғәле ҡыҙы Ғафаровтар лайыҡ булды. Быйыл улар бергә оя ҡороп йәшәүҙәренең 58 йыллығын билдәләйәсәк, ярты быуаттан ашыу бергә йәшәп тә, бер-береһенә матур мөғәмәләлә булған, һөйөү наҙын юғалтмаған Ғафаровтар ысынлап та лайыҡ был миҙалға.
аилә, мөхә-ббәт һәм тоғ-ролоҡ көнөндә Үрге Ғәле ауылының күркәм ғаиләләренең береһе һаналған Ғафаровтарҙың йортона ҡунаҡтар килеп тулды. Оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән Булат Сәйфулла улы менән Һәҙиә Мәхәмәтғәле ҡыҙын байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин, Үрге Ғәле ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров килде.
– Ауырымай-һыҙлан-май оҙаҡ йәшәгеҙ. Һеҙҙең мөхәббәт тарихығыҙ йәштәргә үрнәк булып тора, – тине ҡотлау телмәрендә Илгиз Лирман улы.
Беҙҙең районда
«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән өсөнсө ғаилә наградлана. Уларҙың һәр ҡайһыһы матур тормош менән йәшәй, итәғәтле һәм аҡыллы балалар үҫтергән, иленә фиҙакәр хеҙмәт итә.
Булат Сәйфулла улын районда белмәгән кеше юҡтыр, ул бар ғүмерен балалар уҡытыуға, директорлыҡ эшенә бағышлаған педагог. Һәҙиә Мәхәмәтғәле ҡыҙы 14 йәшенән алып совхоз эшенә егелә. Аҙаҡ, тормошҡа сыҡҡас, мәктәптә ашнаҡсы була. Ҡайҙа эшләмәһендәр, Ғафаровтар һәр эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡара.
Мөхәббәтле ғаиләлә бер-бер артлы алты ир бала донъяға килә. Ата менән әсә һәр береһенә тейешле тәрбиә биреп үҫтерә, уҡыта, ҙур тормош юлына баҫтыра. Бөгөнгө көндә Ғафаровтар Ғирфан улдары һәм Гөлсәсәк килендәре менән бер йортта донъя көтә. Уларҙың 12 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре бар.
– Тормош матур, шуны белеп йәшәргә генә кәрәк. Йәй етһә, яратҡан шөғөлөмә – миндек бәйләүгә керешәм. Көн дә иртәнге сәғәт 4-5-тәр тирәһендә тороп, ауылдан алыҫ булмаған сәүеллеккә ашығам. Унда йәш ҡайындарҙы мәйереп, ағасҡа зыян килтермәҫлек итеп кенә япраҡ һындырып алам. Көнөнә 1-2 миндек әҙерләһәм, шул етә. Уларҙы һатып ебәреп, сәй-шәкәрлек аҡса ла эшләйбеҙ. Бы-йыл миндекте күберәк әҙерләүемде һоранылар әле. Юҡ, был бабай кәсеп өсөн йөрөй, тип уйлай күрмәгеҙ, күңел өсөн йөрөйөм, – тип көлә Булат Сәйфулла улы.
Булат ағай беҙгә үҙҙәренең ғаилә тарихын, бынан 58 йыл элек Һәҙиә апай менән нисек танышып китеүҙәрен дә һөйләне. Бөгөнгө тормоштары кеүек үк, танышыуҙары ла ябай һәм матур килеп сыға уларҙың.
Хаҡлы ялдағы педагог бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ауыл ерендә эш бөтәме. Күршеләренә ярҙамдан баш тартмай. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит. Булат Сәйфулла улы ла шулай тип тәбиғәткә сыға, балыҡ ҡармаҡларға йөрөй.
Ни тиһәң дә, бәхет ҡошо бар ул. Бәлки, ул бары тик ышанғандар иңенә генә ҡуналыр...
Гөлгөнә
БАЙСУРИНА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: