Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәләтле һәм тәжрибәле тренер

Районыбыҙҙың, ғөмүмән, республиканың нисә төпкөл ауыл мәктәбе дзюдо һәм самбо түңәрәктәре менән маҡтана ала? Бик һирәктәр. Ә бына Һабыр ауылы мәктәбе түңәрәктең барлығы менән генә түгел, ә һөҙөмтәләре менән дә ғорурлана. Рәсәй Президентының яратҡан спорт төрөн был мәктәптә популярлаштырыуҙа Венер Тәлғәт улы Таһировтың ҙур һәм тырыш хеҙмәте ята.

Районыбыҙҙың, ғөмүмән, республиканың нисә төпкөл ауыл мәктәбе дзюдо һәм самбо түңәрәктәре менән маҡтана ала? Бик һирәктәр. Ә бына Һабыр ауылы мәктәбе түңәрәктең барлығы менән генә түгел, ә һөҙөмтәләре менән дә ғорурлана. Рәсәй Президентының яратҡан спорт төрөн был мәктәптә популярлаштырыуҙа Венер Тәлғәт улы Таһировтың ҙур һәм тырыш хеҙмәте ята.
Венер Тәлғәт улы 1973 йылда Һултантимер аулында донъяға килә. Буй еткереп, мәктәпте тамамлағас, 1990 йылда Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Күп тә үтмәй Венер Тәлғәт улы әрме сафына алына. Шулай, ул 1991 – 1993 йылдарҙа һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Венер Тәлғәт улының парашют спорты буйынса 3-сө спорт разряды ла бар. 1993 йылда тыуған ил алдындағы бурысын атҡарып ҡайтҡан егет уҡыуын Стәрлетамаҡ физкультура техникумында дауам итә. Студент сағында ул милли көрәш буйынса техникумдың йыйылма командаһы составында була, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Уҡыуын тамалағандан һуң Венер Тәлғәт улын Һабыр урта мәктәбенә тренер-уҡытыусы итеп ебәрәләр. Йәш уҡытыусы бар дәртен һәм тәжрибәһен балаларға йүнәлтә: милли көрәш буйынса түңәрәк ойоштора, уның тәрбиәләнеүселәре зональ һәм республика ярыштарында район исеменән сығыш яһай.
Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Венер Тәлғәт улы үҙен заманында икенсе һөнәрҙәрҙә лә һынап ҡарай: фермер ҙа була, коммерсант та... Тик күңел, күрәһең, барыбер үҙенекен итә: Венер Тәлғәт улы спортҡа кире әйләнеп ҡайта. Хәҙер ул, бына инде 12 йыл, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Һабыр филиалында дзюдо һәм самбонан тренер-уҡытыусы булып эшләй. «Венер Тәлғәт улы, көн-төн тип ҡарап тормай, үҙенең транспортында булһа ла, тәрбиәләнеүселәрен төрлө кимәлдәге ярыштарға алып йөрөй, тынғы белмәй, намыҫ менән бар нәмәне башҡара», – тиҙәр, һоҡланып, уны белгәндәр.
Венер Тәлғәт улы яҡшы тренер ғына түгел, ә бынамын тигән ғаилә башлығы, уңған атай ҙа. Тормош иптәше Гөлсирә Ишмөхәммәт ҡыҙы менән улар иңгә-иң терәшеп 26 йыл татыу тормош итәләр. Гөлсирә Ишмөхәммәт ҡыҙы ла ғүмерен балаларға бағышлаған. Ул Һабыр мәктәбендә шахмат һәм шашка буйынса түңәрәк алып бара.
– Үҙем мәктәптә эшләй башлағас, иптәшемде нисек балалар яратҡанын күрҙем, – ти Гөлсирә Ишмөхәммәт ҡыҙы. – Эшкә килгәнен ишек төбөндә тигәндәй, түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Килһә, эргәһенән китмәй, мөлдөрәшеп ҡарап, бер туҡтауһыҙ хәбәрен ҡоялар. Ул, ысынлап та, үҙ һөнәренең оҫтаһы, хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарай. Венер бөтә яҡлап уңған кеше, ҡулынан килмәгән эш юҡ: мал аҫраумы, тимер иретеүме, ағас эшеме... Барыһын еренә еткереп эшләй. Ундай кеше менән донъя көтөүе лә еңел!
Таһировтарҙың аталары кеүек спортҡа ғашиҡ, әсәләре кеүек зирәк 3 ҡыҙы һәм бер малайҙары үҫеп килә. Азалия менән Тәнзилә – студенттар булһа, Вилнур 5-се класҡа, ә Рүзилә беренсегә бара.
Баҡса тулы йәшелсә-емеш, кәртә тулы мал-тыуар, тырыш һәм һәләтле балалар, уңған ҡатын, матур ғаилә, һәр турнирҙа призлы урын яулаусы тәрбиәләнеүселәр, коллегалары һәм ауылдаштары хөрмәте – былар Венер Тәлғәт улы Таһировтың тормошоноң лайыҡлы өлөшө. Ундай кеше балаларҙы спорт буйынса ғына түгел, ә рух һәм әхлаҡ яғынан да тәрбиәләй.
З. Тотманова.
Читайте нас: