Дамир Ҡамышүҙәк ауылында үҫә, Оморҙаҡ менән Фәүзиә Солтановтарҙың ишле ғаиләһендә тәрбиә ала. Заманына күрә, белемгә ынтылыш уларҙың ғаиләһенә лә хас була. Үҙе әйтмешләй, атаһы ла, әсәһе лә ғилемгә ынтылған кешеләр була. Туғыҙ балаһына уйындан бигерәк, аҡыл шөғөлө булһын тип, атаһы бер көндө өйгә шахмат тотоп ҡайта. Бына бит боронғолар ниндәй тәрән аҡыллы булған: шахмат уйыны бит башты эшләттерә, хәтерҙе үҫтерә.Тәүҙә ҡыҙыҡ өсөн генә уйнап ҡараған Дамир, тора-бара шахмат менән ысынтылап ҡыҙыҡһына башлай. Дамир Оморҙаҡ улының физика-математика уҡытыусыһы һөнәрен һайлауы ла шунан.
– Беренсе класта уҡып йөрөй инем шахмат уйнарға өйрәнгәндә. Унан башҡа, беҙҙең өйҙә китаптар күп булды, уларҙы талашып тиерлек уҡый инек. Атайым чабан булып ҡына эшләһә лә, гәзит-журналдарға күп яҙылыр ине. Иҫләйем, бер тапҡыр бөтә эш хаҡына гәзит-журналдар яҙҙырҙы. Улар араһында танып белеү журналдары күп булыр ине, – тип иҫкә ала бала сағын Дамир Оморҙаҡ улы.
Мәктәпте тамамлағас, йәш егет Сибай педагогия училищеһына уҡырға керә. Уны уңышлы тамамлаған белгесте, уҡып бөткәс, мотлаҡ училищеға эшкә ҡайтыу шарты менән, Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия институтына уҡырға ебәрәләр. Тырыш егет бында ла һынатмай, иң яҡшы студенттарҙың береһе була.
Тәүге йылда дипломлы белгес Дамир Солтанов Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһында эшләй. Шунан армияла хеҙмәт итеп ҡайта.
– Армиянан ауылға ҡайтып төшһәм, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып ситтән килгән бер йәш ҡыҙ эшләп йөрөй имеш. Исеме – Зөбилә. Күргәс тә ғашиҡ булдым. Мәғариф бүлегендә уның урынына мине ҡуйып, Зөбилә Нурулла ҡыҙын икенсе ауылға уҡытырға ебәрергә һөйләшкәндәр икән. Бер кисте Зөбилә миңә ниндәйҙер миҫалды сисеп биреүемде һорап килде. Таныштыҡ, осраша башланыҡ. Был көҙ айҙары ине, ә яҙға ҡарай никахлаштыҡ та. Ҡыпсаҡ ҡыҙы Зөбилә – Ҡамышүҙәктә уҡытты, ә мин Ғәлелә эшләнем, – ти Дамир ағай, хәтирәләргә бирелеп.
Яңы ғаилә ҡорған йәштәр Хәйбулла районына эшкә сығып китәләр. Уфимка ҡасабаһында биш йыл эшләйҙәр мәктәптә, йәштәргә фатир ҙа бирәләр. Әммә тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта. Ҡайталар. Бына шул ваҡыттан алып Солтановтар Юлдыбай ауылы балаларына белем бирә.
Дамир Оморҙаҡ улы һәләтле балаларҙы табыу һәм уларға ярҙам итеүҙе эш принцибы итеп ҡуя. Олимпиадаларға алып йөрөү ҙә уҡыусыларҙың һәләтен аса, үҫтерә, тип иҫәпләй ул. Бөгөн Дамир Оморҙаҡ улының иңендә 38 йыл педагогик стаж ята. Оло ҡаҙаныштарының береһе – 2011 йылда бирелгән “Мәғариф отличнигы” исеме.
– Балаларға математика һәм физика фәндәренең ниндәй ҡыҙыҡлы булыуын төшөндөрөргә, аңына һеңдерергә тырышам. Физика фәне менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр, тарихтар һөйләйем. Маҡтанып әйткәндәй булмаһын, йыл һайын беҙҙең мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың берәүһе булһа ла физматҡа уҡырға инеп тора, – тип һөйләй Дамир Оморҙаҡ улы.
Солтановтарҙың татыу, өлгөлө ғаиләһендә ике бала буй еткерә. Улдары Динар Өфө ҡалаһындағы бер проект институтында проектлаусы булып эшләй. Әйткәндәй, район үҙәгендә күптән түгел генә сафҡа ингән депо уның проекты буйынса төҙөлгән. Ҡыҙҙары Наҙгөл бына дүртенсе йыл Ҡытайҙа балаларҙы инглиз теленән уҡыта. Балалары – ҡыуаныстары Солтановтарҙың. Улары ла ата-әсәһен уңыштары менән һөйөндөрөп тора.
Башта әйтеп киткәнебеҙсә, Дамир Оморҙаҡ улы – оҫта шахматсы. Еңелеү белмәгән шахмат оҫтаһының был спорт төрө буйынса алған наградалары бихисап. Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығынан, Шашкасылар федерацияһынан алған грамоталары ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
– Байтаҡ йылдар инде мәктәптә шахмат түңәрәге алып барам. Әлеге көндә 20-ләп бала был түңәрәккә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй. Был өлкәлә минең үҙ методикам бар, шуға ла балалар тиҙ өйрәнәләр, ярыштарға йөрөйҙәр һәм урындар яулайҙар, – ти Дамир Солтанов.
Был спорт төрө буйынса үҙенең еңеүҙәренә килгәндә, Дамир Оморҙаҡ улының ҡыҙыҡлы принциптары бар. Мәҫәлән, ярыш алдынан кистәрен саф һауала йөрөүҙе арттыра, иртәнсәк мотлаҡ гимнастика яһай икән. Физик хәл-торош та ҙур роль уйнай, ти спортсы. Унан башҡа, системалар ҙа әҙерләй. Быларҙың бөтәһе Рижск ??? ҡалаһындағы Шахмат культураһы университетында??? 5 йыл уҡыу һөҙөмтәһе, әлбиттә.
Кешегә шәхес булып үҫеү өсөн тәртипле, инсафлы һәм оло маҡсатлы булыу ҙа етә икән. Талантлы кешеләр йөҙ йылға бер мәртәбә генә тыуа, тиҙәр. Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Оморҙаҡ улы Солтанов – ысын талант эйәһе. Үҙенең эшен, балаларҙы яратҡан уҡытыусы һәм шәхес булып формалашҡан кеше хаҡында башҡа нимә тип әйтәһең...
Һүрәттә: Дамир Оморҙаҡ улы Солтановҡа “Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл” юбилей миҙалы тапшырылды.