Сидоровка ауылы ир-егеттәре лә бындай эште хуплап ҡына тора. Шулай булмаһа, Аралбай ауылындағы зыяратҡа йыл һайын өмөгә бармаҫтар ҙа ине. Аралбай ауылы янындағы зыяратты кәртәләүҙә 30 кеше ҡатнашты. Улар серегән бағаналарҙы алмаштырҙы, зыяраттың эсен дә, тирә-яғын да ҡыйҙан таҙаланы.
Өмәгә олоһо ла, кесеһе лә сыҡты, ҡайһы берәүҙәр хатта тотош ғаиләләре менән килгән ине. Эш ҡайнап торҙо.