Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ…

... бере янмаһа, бере яныр. Шулай ти халыҡ. Ҡашҡар ауылында йәшәгән сираттағы мәҡәлә геройыбыҙ шундай ҡырҡ сыраҡлы ҡатындарҙың береһе. Уның тормошо сағыу балҡышлы юлды хәтерләтә. Хатта, мең балҡышлы ғүмер юлын, тип тә өҫтәр инем.

Әлфиә Хәмзә ҡыҙы Теләүшина сығышы менән Исҡужа ауылынан. Бала саҡтан үҙенең шуҡ, тиктормаҫ булыуы менән айырыла ул. Мәктәпте тамамлағас, 1974-78 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһына уҡый. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, Һултантимер ауылына эшкә төшә, икенсе йылына Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә. Шул йылдарҙа Әнүәр Теләүшингә кейәүгә сыға.
Әлфиә Хәмзә ҡыҙы Теләүшинаның бер генә лә буш ваҡыты юҡ. 41 йыл педагогик стажлы тәжрибәле уҡытыусы бөгөн дә балаларға белем биреүен дауам итә. Бөгөн ул Ҡашҡар ауылында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән булыу сәбәпле өйҙә белем алған балаларҙы уҡыта. Был программа буйынса эшләүенә 3 йыл инде. Бынан башҡа, был мөләйем ханымды йәмәғәт активисы булараҡ та яҡшы беләләр. Әлфиә Теләүшина етәкләгән “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле бар районға билдәле. Шулай булмай, уларҙың бит ҡатнашмаған конкурстары, бәйгеләре юҡ. Күптән түгел генә “умырзаялар” БСТ каналында барған "Сәләм, Республика!" проектының Йылайыр районы халыҡ таланттарына арналған сығарылышында ҡатнашып ҡайтты. Унан алда Сибай ҡалаһында үткән мөнәжәт бәйгеһендә лә ҡатнашып, беренсе урын алып ҡайтҡайнылар.
– Беҙҙең фольклор ансамблендә ауылыбыҙҙың 12-13 ҡатыны даими йөрөй. Һәр береһе әүҙемлеге, уңғанлығы һәм талантлы булыуҙары менән айырылып тора. Ҡайҙа саҡырһалар, шунда матур-матур сығыштар әҙерләп алып барабыҙ һәм, күпселек осраҡта, еңеү менән ҡайтабыҙ, – тип һөйләй Әлфиә Хәмзә ҡыҙы.
Әйткәндәргә шуны өҫтәр инем: Ҡашҡар ауылының уңған ҡатындары йыл да Хәйбулла районында уҙғарылып килгән М.Ҡаҙаҡбаев һәм Ә.Усманова иҫтәлектәренә уҙғарылған бәйгелә ҡатнаша. Әйткәндәй, быйыл унан 2-се урын алып ҡайтҡандар. “Байыҡ” телевизион республика бәйгеһендә ҡатнашып, унда ла 2-се урын алыуҙары – ҙур ҡаҙаныш. Һанай китһәң, “умырзаялар” ҡатнашҡан конкурс-бәйгеләр бик күп. Былар, әлбиттә, бер кешенең генә эш һөҙөмтәһе һәм еңеүе була алмай. Ошо хаҡта әңгәмәсем Әлфиә Хәмзә ҡыҙы ла ҡат-ҡат иҫкәртә.
– Район һәм республика күләмендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, беҙ, ауылдың йәмәғәт эштәрендә дә, уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ, үҙебеҙ ҙә ойошторабыҙ. “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек йолаларҙы атҡарабыҙ. Үткән яҙ көндәрендә ауылыбыҙ менән “Самауыр янында” осраштыҡ. Уны ла йолаға ярашлы үткәрҙек. Ҡашҡар ҡатын-ҡыҙҙары бик уңғандар, “һайт” тигәнгә “тайт” тип кенә торалар. Беҙ ойошторған бөтә саралар ҙа йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, – ти Әлфиә Теләүшина.
Ҡайһы берәүҙәргә ҡарайһың да, хайран ҡалаһың: нисек барыһына ла өлгөрә, ҡайҙан ваҡытын таба, тип уйлайһың. Бына Әлфиә Хәмзә ҡыҙын ауылдың ветерандар советы рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар. Ә бит эшләйем тигән кешегә бында ла эш муйындан. Әлфиә апай һөйләүенсә, быйыл ветерандар советы ауылдың өлгөлө, бар яҡтан уңған ғаиләләрен Ғаилә көнө менән өй беренсә йөрөп ҡотлап, күстәнәстәр өләшкән.
Әлфиә Хәмзә ҡыҙының балалары Ғәзиз, Сөмбөл һәм Ғәҙел әсәләре өсөн өҙөлөп тора. Хәҙер инде һәр ҡайһыһы үҙ аллы тормош менән йәшәй. Улы Ғәзиз менән килене Гөлназ Себер тарафтарында йәшәй һәм Айгүзәл, Самира, Мәликә исемле өс ҡыҙ үҫтерә. Ҡыҙы Сөмбөл кейәүе Динар менән Сибай ҡалаһында төпләнгән, Эмиль менән Йәнгир исемле улдары бар. Кинйәләре Ғәҙел менән килене Гөлгенә лә – Сибайҙа, уларҙың ғаиләһендә Баязит һәм Шамил исемле малайҙар үҫә.
Әлфиә апайҙың иркен, йәмле йорто һәр саҡ ейән-ейәнсәрҙәренең тауышы менән тулы. Өләсәләренең бер ҡасан да эшһеҙ ултырғанын күрмәй улар. Әлфиә Хәмзә ҡыҙы ҡош-ҡортон да, малын да тота, баҡсаһын да үҫтерә. Шулар араһында ҡул эштәренә – күҙҙең яуын алырлыҡ түшелдеректәр, ҡашмауҙар тегергә лә ваҡыт таба. Изгелекле бөйөк әсә лә, намыҫлы эшсән дә, ғаилә күгендәге яҡты ҡояш булып балаларын йылытыусы, ҡурсалаусы ла ул... Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бере янмаһа, бере яныр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул...
Читайте нас: