Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улдар үҫә, ағас ултыртылған, өй һалынған...

Илһөйәрлек, халыҡ, ил, тип күкрәк ҡағып, оран һалғандар арабыҙҙа күп. Әммә халыҡтың, илдең булмышы һәм киләсәге хәбәр һатыусыларҙан түгел, ә ошо мәҡәләнең төп геройы кеүек эшлекле, тырыш, намыҫлы, ағас та ултыртҡан, йорт та һалған, улдар ҙа үҫтергән, илһөйәрлекте эш менән иҫбатлаған ир-уҙамандар торалыр.

Ишмулла Йәнтимер улы Ҡөлөмбәтов 1959 йылда Ҡашҡар ауылында совхоз эшселәре ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Юлдыбайҙа уҡый. Артабан егет ул заманда 4-се СПТУ тип аталған Юлдыбай һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә.
Юлдыбайҙа уҡыған йылдарында Ишмулла Йәнтимер улы Юлдыбай урта мәктәбенең йыр һәм бейеү ансамблендә бейеүсе була. Ул замандан 40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Ишмулла ағай бейеүселәрҙе етәкләгән Фәнис Мөнфәғәр улы Ғафаровты әле лә йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала.
Һөнәрселек училищеһын тамамлауға Ишмулла Йәнтимер улына армияға барырға ла ваҡыт етә. Ике йыл егет Алыҫ Көнсығышта ил алдындағы бурысын үтәй.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, Ишмулла Ҡөлөмбәтов Ҡашҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тәүҙә тәрбиәсе, шунан физкультура уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Шул уҡ йылдарҙа БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1987 йылда юғары белем тураһында ҡулына диплом ала.
1985 йылда Ишмулла Йәнтимер улын башланғыс хәрби әҙерлек һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Был һөнәр шул тиклем күңеленә ятыуын, уның өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәүен Ишмулла Йәнтимер улы бер йыл эсендә иҫбатлай: 1986 йылда Ҡашҡар мәктәбе хәрби әҙерлек буйынса республика конкурсында беренсе урынды яулай. Шул бер йыл эсендә (был мәсьәлә өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт) Ишмулла Йәнтимер улы менән мәктәп директорының тырышлығы арҡаһында Ҡашҡар мәктәбе хәрби әҙерлек дәрестәре өсөн кәрәкле атыу ҡоралдары, уларҙың макеттары һәм башҡа инвентарь менән тәьмин ителә. Шунан алып, Ишмулла ағай эшләгән осорҙа (ә был – утыҙ йылдан ашыу ваҡыт) Ҡашҡар мәктәбе хәрби әҙерлек буйынса районда ғына түгел, ә республика кимәлендә лә алдынғылар иҫәбенән бер ҡасан да төшмәй.
– Осраҡлы ғына мәктәптә военрук булып китһәм дә, бер ҙә үкенмәнем, – ти Ишмулла Йәнтимер улы. – Бөтә дәрестәрҙе тормошҡа бәйле итеп алып барҙым: һәр тема буйынса белгестәр менән осрашыуҙар үткәрергә тырыштым, сөнки бала ысын тормошҡа әҙер булырға тейеш.
Заманында, күрһәтмә биргәндәрен көтмәй, күп кенә саралар – йыл һайын “Зарница” уйындары, ағас ултыртыу, яугир яҡташтар менән осрашыуҙар һ.б. ойошторҙоҡ. Быларҙы, әлбиттә, яңғыҙым ғына башҡара алмаҫ инем, уҡытыусылар коллективы һәр саҡ ярҙам итеп торҙо. Мәктәп директорҙары Ғәни Бағышаев, Сәлмән Һөйөндөков эште аңлаған кешеләр булды, һәр башланғысты күтәреп алырҙар ине. Шулай уҡ директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Мәҙинә Нәҙерғолова, музыка етәксеһе Дәүләткәрәй Нәҙерғолов, класс етәкселәре менән бик күләмле, ҙур саралар үткәрә инек. Ғөмүмән, мәктәптә эшләгән йылдар күңелле үтте. Коллектив менән татыу булдыҡ, шуға ла күңелле булғандыр.
Уҡытыусы булыу – бер көнлөк еңел эш түгел. Һәр баланың үҙ холҡо, үҙ һәләте, береһе – тырыш, икенсеһе – саҡ ҡына ялҡауыраҡ... Ана шуларҙы дөрөҫ ойоштора белергә кәрәк. Яңы быуын уҡытыусыларына уңыштар ғына теләйем.
Уҡыусыларға башланғыс хәрби белем биреүҙә, мәктәптең хәрби әҙерлек базаһын яҡшыртыуҙа, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Ишмулла Йәнтимер улы Ҡөлөмбәтов Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, республика хәрби комиссариатының, Йылайыр районы хәрби комиссариатының, “ДОСААФ” комитетының, элекке уҡыусылары хеҙмәт иткән күп кенә частарҙың командирҙарының Маҡтау грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
Шулай ҙа Ишммулла Йәнтимер улын иң ҡыуандырғаны – элекке уҡыусыларының уның менән: “Здравия желаю, товарищь командир!” – тип иҫәнләшеүе. Күптән мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың остаздарын һаман шулай хөрмәт итеүҙәре Ишмулла Йәнтимер улы тураһында күпте һөйләй.
– Минең атай – һуғыш ветераны. Бер күршемдә – япон һуғышында ҡатнашҡан, икенсе күршемдә Башҡорт кавалерия девизияһында һуғышҡан ветеран йәшәне. Шуға ла ветерандар араһында үҫкән беҙҙең быуын кешеләрендә илһөйәрлек тойғоһы ныҡ булды. Хәҙерге заманда, минеңсә, патриотлыҡ бер әҙ кәмей төшкән. Хәрби-патриотик тәрбиә – мәңгелек. Илде һаҡлау – һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Тыуған ерҙе беҙҙән башҡа бер кем дә һаҡламаясаҡ.
Ә ир-егет яҡындарына, ғаиләһенә, дуҫтарына терәк булырға, берәй хәл килеп сыҡһа, яҡлай һәм һаҡлай алырға тейеш, – ти Ишмулла ағай.
Ишмулла ағайҙың был әйткәндәре ябай һүҙ түгел. Ул быны эше менән иҫбатлаған: үҙе әйтмешләй, армияла ике тапҡыр хеҙмәт иткән ул. Беренсе тапҡыр, үрҙә әйтелгәнсә, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итһә, аҙаҡ Тоцк һәм Ырымбур ҡалаларында хәрби әҙерлек курстары үтә, лейтенат пагондары менән ҡайта һәм запастағы капитан званиеһында отставкаға китә.
1984 йылда Ишмулла Йәнтимер улының тормошонда тағы бер хәл иткес, иҫтәлекле ваҡиға була: ғаилә ҡора. Тормош юлдашы итеп һайлаған Исҡужа ауылы ҡыҙы Зәкиә менән бала саҡтан таныш булалар.
Зәкиә апай ғүмере буйы бухгалтер, өлкән бухгалтер булып ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй. Ә хаҡлы ялға сығыр алдынан бер нисә йыл ауыл мәктәбендә китапханасы булып та эшләп ала. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Зәкиә Сәмиғулла ҡыҙы “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булған.
Йәштәр өйләнешкәс тә гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. Ҡашҡар ауылында иркен һәм яҡты йорт һалып сығалар, дүрт улға ғүмер бирәләр, уларҙы ысын ир-егеттәр итеп тәрбиәләйҙәр, юғары белем алырға ярҙам итәләр. Әлеге көндә дүртеһе лә кәләш алып, үҙ донъяларын ҡорған. Зәкиә апай менән Ишмулла ағай һәр береһен йортло иткән, ҡулдарынан килгәнсә бер-береһенә ярҙам итеп торалар. “Килендәрҙән дә уңдыҡ”, – тиҙәр улар. Ҡөлөмбәтовтар туғыҙ ейән-ейәнсәргә ҡартәсәй һәм ҡартатай. Шулай булғас, ял көндәрендә уларҙың йорто балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап тора.
Әлеге көндә лә Ҡөлөмбәтовтар эшһеҙ ултырмай – кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәләр. Шулар араһында буш ваҡыт килеп сыҡһа, Зәкиә апай оҫта итеп кейемдәр тегә, бәйләм бәйләй. Ишмулла ағай тимер, ағас эшенә оҫта, мейес тә сығара, башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға әүәҫ.
– Алтмыш йыл ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кисә генә әрменән ҡайтҡан, кисә генә Зәкиәмде кәләш итеп алған кеүек ине, – ти Ишмулла Йәнтимер улы. – Тормошта бик матур кешеләр менән осрашырға, матур ваҡиғалар аша үтергә насип булды. Күршеләрҙән дә, ауылдаштарҙан да уңдыҡ. Балаларыбыҙ ҙа эшлекле, ҡулдарынан барыһы ла килә, был донъяла үҙ урынын тапҡандар. Алла бирһә, артабан да шулай берҙәм,татыу булып, матур йәшәрбеҙ!
Тап шулай булһын, Ишмулла Йәнтимер! Зәкиә Сәмиғолла ҡыҙы менән ҡорған тормошоғоҙ гел тыныс, шатлыҡ-бәхеттәргә тулы булып, ҡалғандарҙы һоҡландырып, балҡып торһон!
Читайте нас: