Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәй белһәң – тормош матур

Н. А. Островскийҙың “Маҡсатһыҙ үткән йылдар өсөн ғазаплы әрнеүҙәр кисермәҫлек итеп йәшәргә кәрәк” тигән һүҙҙәре минең киләһе героинямдың – көслө ихтиярлы, тура һүҙле, тос фекерле, шул уҡ ваҡытта миһырбанлы ла ҡатындың тормош девизы. Ул - Ҡашҡар ауылында йәшәүсе Зәйнуллина Зәкиә Рамаҙан ҡыҙы. Яратҡан эштә эшләү, ғаилә, баларыңа сикһеҙ һөйөү – бына Зәкиә инәйҙең тормошон тотҡан өс ҡиммәт, ғүмеренең мәғәнәһе.

Зәкиә Рамаҙан ҡыҙы Йылайыр районының Исҡужа ауылында 1949 йылдың март айында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс кластарҙы бөткәс,Ҡашҡар ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Артабан ул Юлдыбай урта мәктәбендә ун класты тамамлап, “Фельдшер” һөнәре буйынса Сибай медицина училищеһына уҡырға инә.
1970 йылдың мартында Зәкиә Рамаҙан ҡыҙы йәш белгес булып тыуған яҡтарына ҡайта һәм Ҡашҡар ауылында һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Урынлаша һәм 46 йыл ғүмерен был изге хеҙмәткә бағышлай.
– Ул заманда электр уты ла, газ да, телефон да булманы. Шприцтарҙы ҡайнатып алыуҙары ғына ни торҙо, – тип хәтерләй Зәкиә инәй. – Эшем еңелдән булманы. Төндәрен ике-өс тапҡыр килеп алғандары ла, ҡунаҡ саҡырып та үҙем була алмаған саҡтарым йыш булғыланы... Оло юл эргәнән үткәс ни, хәүефле хәлдәр менән күҙгә-күҙ осраштым ваҡытында. Ә шулай ҙа, иң ҡурҡынысы – балаларҙың ауырыуы. Үҙемдең йәнемде өҙөп бирерҙәй була инем, терелеп кенә китһен... Әммә барыбер эшемде яраттым, бер ваҡытта ла арыу тойманым. Яратҡан эш ялҡытмай тигәндәре шулдыр. Кире тыуһам ошо уҡ һөнәрҙе тағы һәм тағы һайлар инем.
Әйтергә кәрәк, мин эш башлаған осорҙа артыҡ техника ла булманы. Саҡырыуҙарға атта, тракторҙа, йәйәүләп тә сығам – нисек килеп сыға инде. Шуға ла көнөн булһын, төнөн булһын, үтенесемде кире ҡаҡмай, ярҙам итеп торған совхоз шоферҙары – Яңыбай Юлгилдинға, Марат Усмановҡа, Ислам Амантаевҡа, Мир ағай Саптаровҡа, мәрхүмдәр – Сәфәрғәле ағай Ишмәкәевкә, Зиннур Аҡтаевҡа һ.б бөгөн дә сикһеҙ рәхмәтлемен...
Юлдыбай дауаханаһы тураһында ла минең күңелемдә тик яҡты хәтирәләр һаҡлана: күпме кеше алып килмә, һәр береһенә урын да, дауа ла, ҡарау ҙа табылып торҙо. Юлдыбай дауаханаһын етәкләгән хөрмәтле кеше – Хәбир Ғәлиәхмәт улына ла рәхмәтлемен. Ғәҙел етәксе булды ул.
Зәкиә инәйҙе ауылдаштары ал-ял белмәй хеҙмәт иткәне, тәүлек әйләнәһенә һаулыҡтары һағында торғаны өсөн, яратып һәм хөрмәт итеп, “Беҙҙең һалдат” тип йөрөтәләр икән.
Зәкиә Рамаҙан ҡыҙының ярты быуатҡа яҡын тырыш һәм намыҫлы хеҙмәтен Хөкүмәт тә лайыҡлы баһалай: иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау ҡағыҙҙарының, “Хеҙмәт ветераны”, “БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемдәренең һәм яңыраҡ бирелгән “Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл” юбилей миҙалының эйәһе ул.
Ошо миҙалдар араһыдағы тағы берәүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ул – “Әсәлек даны миҙалы”.
Зәкиә Рамаҙан ҡыҙын яҙмыш Ишбулды ауылы егете Рәфҡәт Зәйнуллин менән осраштыра. Шулай, 1973 йылда улар ғаилә ҡоралар. Йәштәр Ҡашҡар ауылында йорт һалып сығып, шунда төпләнә. Зәйнуллиндар 5 бала үҫтерәләр. Уларға яҡшы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн улар 13 ейән-ейәнсәргә өләсәй, ҡартәсәй –ҡартатай. Тик Зәйнуллиндарҙы бала ҡайғыһы ла урап үтмәй: бер йыл элек кинйә улдарын, ике бала атаһын, ерләйҙәр. Аяуһыҙ тормош: кеше балаһы өсөн йәнен бирерҙәй кеше үҙ балаһын юғалта. Әсә йөрәге был яранан әле лә уңала алмай ғазаплана...
Зәкиә Рамаҙан ҡыҙының “Ҡашҡар ауылының арҙаҡлы шәхесе” тигән тағы ла бер маҡтаулы исеме бар. Был аңлашыла ла: заманында Зәкиә инәй депутат та була, барлыҡ өмә-саралар ҙа әүҙем ҡатнаша. Әлеге көндә ул Ҡашҡар ауылының ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, йыйылыш-сходтарҙан, төрлө конкурстарҙан, концерттарҙан да ситтә ҡалмай икән.
Зәкиә инәйҙең йорт тирәһендә яратҡан эштәре – икмәк бешереү һәм ҡыҙыл эремсек яһау. Шул арала мал-тыуар көтөп, ҡош-ҡорт та ҡарап өлгөрә ирле-ҡатынлы Зәйнуллиндар.
Йәшәй белһәң – тормош матур. Былар Зәкиә Рамаҙан ҡыҙының һүҙҙәре. Йәшәй белеү – балалар үҫтереп-тәрбиәләү, яратҡан эшеңдә эшләү, эске матурлыҡты үҫтереү, тормошта үҙ урыныңды табыу һәм ауырлыҡтарға бирешмәү. Ҡасандыр уҡыу йортонда алған белемдәре менән, хәҙер һүҙе, кәңәштәре менән кешеләрҙе дауалаусы Зәкиә Рамаҙан ҡыҙына артабан да һүнмәҫ дәрт-дарманын, аҡылын, туплаған тәжрибәһен, изге күңеллелеген, эшлеклелек өлгөһөн, йылмайыуын, шаяртыуҙарын дуҫ-туғандары, ҙур ғаиләһе, ауылдаштарына өләшеп, ауырыу-ҡайғы белмәй йәшеүен генә теләге килә.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: