Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Күптәргә өлгө булырлыҡ

Бөгөнгө героинямды ҡайһы яҡтан нығыраҡ күрһәтеп яҙырға, тип оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым: уңған хужабикә итепме, ҡатын һәм әсә итепме? Әллә үҙ эшенең оҫтаһы – яҡшы педагог икәненә күберәк баҫым яһарғамы? Уртаҡ таныштарҙың да берәүҙәре уны һәр ваҡыт алсаҡ ҡаршы алған, ҡунаҡсыл хужабикә, ти, икенселәре райондың иң һәйбәт музыкаль тәрбиәселәренең береһе тип белә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тап шулай булырға тейештер ҙә инде замана ҡатын-ҡыҙы, үҙенсәлекле шәхес. Ҡыҫҡаһы, һүҙем – Йылайыр ауылында йәшәүсе Ләлә Хәйбулла ҡыҙы Ҡолһарина тураһында.

Ләлә 1969 йылдың июнь айында Ҡашҡар ауылында ишле ғаиләлә 5-се бала булып донъяға килә (ә бөтәһе 6 бала үҫә улар). Ҡашҡар мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, уҡыуын Стәрлетамаҡта, педагогик йүнәлешле дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында дауам итә. Ләкин бала саҡтан әртис булырға хыялланған ҡыҙ бының менән генә тынысланмай: Учалы музыка училищеһына барып һынау тоторға була. Һәм, үҙе лә уйламаҫтан, инеп китә. Флейтала уйнауҙы һөнәр итеп алғас, йәш ҡыҙ Хәйбулла районына эшкә урынлаша. Унда 4 йыл эшләп тә, сит ерҙә күңел тыныслығы тапмағас, үҙебеҙҙең районға ҡайтып, Йылайырҙағы “Аҡсәскә” балалар баҡсаһына музыка етәксеһе булып урынлаша.
Ләлә Хәйбулла ҡыҙы үҙе әйтмешләй, 1997 йылда был балалар баҡсаһына нисек барып ингән, шул көйөнсә, бына инде 20 йылдан ашыу, шул бер вазифала эшләй.
– Эшемде яратам. Төрлө заманда төрлө ҡағиҙәләр индереп торһалар ҙа, улар миңә бер ваҡытта ла ҡамасауламаны, һәр саҡ дәртләнеп эшләнем, – ти Ләлә Хәйбулла ҡыҙы һөнәре тураһында. – Хеҙерге балалар аҡыллы, баҡсаға күпте белеп киләләр, минең йәштән уларҙың йәшенә төшөп аңлай белеү мөһим: бала нимә менән ҡыҙыҡһына, нимәне ярата, ә нимәне, киреһенсә, яратмай. Шулай уҡ заман менән бергә атларға кәрәк. Ҡасандыр йырлап күрһәтеү ҙә етһә, хәҙер эштә компьютер кеүек замана ҡулаймаларын ҡулланыу мотлаҡ. Эшемә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырышам, сөнки үҙгәреп тороу ҙа мөһим: мәҫәлән, бармаҡтар театры уйлап сығарҙым. Унда, әйтәйек, оялсан һәм лидер баланы бергә ҡуям, һеҙ – күбәләктәр, аралышығыҙ, тип әйтәм. Балалар уйын аша бер-береһен аңлашып, дуҫлашып китәләр. Тел мәсьәләһенә килгәндә лә бик яҡшы ысул был уйын.
Музыка етәксеһе булараҡ, мин балаларҙың йырлау һәләтен асырға тейешмен. Бөтәһе лә тауышлы түгел, әлбиттә, ләкин йырларға теләктәре ҙур уларҙың. Шул саҡта ла кескәйҙәрҙе бер-береһен тыңларға өйрәтергә кәрәк, – ти Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарынан Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған Ләлә Хәйбулла ҡыҙы.
Әлеге көндө Ләлә апай тормош иптәше Миңлеғәле ағай менән яңы йорт һалып инеп, гөрләтеп донъя көтәләр, гөлдәй ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
– Беҙ Ләлә менән эштә, “Дуҫлыҡ” лагерында, 07.08.09 тигән матур датала таныштыҡ. Ул шунда уҡ мине һылыулығы һәм аҡылы менән арбаны. Артабан уның уңған хужабикә, эшһөйәр, талантлы һәм ғөмүмән яҡшы кеше икәнен дә күрҙем, – тип йылмая күҙҙәрендә һөйөү осҡондары балҡып киткән Миңлеғәле ағай.
Өлкән ҡыҙҙары, хәҙер инде үҙе ғаилә ҡороп, Өфөлә йәшәгән Зифа, әсәһенең юлын һайлаған – флейтистка, балалар менән эшләй. Быйыл 2-се класты бөткән кескәй ҡыҙҙары Зилә һүрәт төшөрөргә әүәҫ.
– Донъям түңәрәк, барыһы менән дә ҡәнәғәтмен: яҡын кешем янымда, бер ҡыҙым тормошта үҙ урынын тапты, икенсеһе яныбыҙҙа үҫеп килә, эшемдә лә барыһы ла яҡшы. Ошо үҙе үк бәхет түгелме ни, – ти Ләлә Хәйбулла ҡыҙы. – Ғаиләң имен һәм татыу булһын өсөн бер-береңде рәнйетмәү, һәр килеп тыуған хәлде аңларға тырышып, бер-береңдең фекерен хөрмәт итеү, балаларға берҙәй терәк булыу кәрәк, – тип ғаиләләренең матурлыҡ серҙәре менән бүлеште бәхетле ҡатын.
Ир ҡатыны, әсә, педагог, шәхес Ләлә Хәйбулла ҡыҙы Ҡолһарина үҙенең тормошто яратыуы, алсаҡлығы, аҡыл багажы, эшсәнлеге менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Мин шулай тип уйлайым.
Читайте нас: