Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Көслө генә түгел, ғәйрәтле гүзәл зат

(Архивтан, 8 март, 2019 йыл, № 20)Мәҡәләмә шундай баш ҡуйырға батырсылыҡ итеүемдең сәбәбен, уны уҡып сыҡҡас, үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ, моғайын. Һүҙем – гүзәл, шул уҡ ваҡытта көслө, оло йөрәкле ҡатындар, өлгө булырлыҡ, хатта һоҡланырлыҡ замандаштарыбыҙ, Сәләх ауылында йәшәгән Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы Аҡҡужина менән Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы Солтанова тураһында. Ошо йәмле байрам алдынан ғына улар, минең үтенесемде кире ҡаҡмай, ҡатын-ҡыҙҙың ысын бәхете тураһында әңгәмә ҡорҙолар, үҙҙәренең күңел һандыҡтарын астылар.

Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы – Баймаҡ районының Ҡыуат ауылы ҡыҙы. Һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә бәхетле бала сағы үтеп, йәшлегенә аяҡ баҫҡанда булған, ғүмерендәге, моғайын, иң мөһим ваҡиғаны – Сәләхкә килен булып төшөүен – Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы былай тип йылмайып иҫләй:
– Яңыбай менән ул беҙҙең ауылға туғандарына килгәндә таныштыҡ. Өс ай йөрөгәндән һуң үҙенә кәләшлеккә саҡырҙы. Мин, ике йәшкә өлкән апайымдан алда сыҡмайым, тип, ризалашманым. Бер көнө кис күрше Әбделкәрим ауылына дискотекаға барғайныҡ.Тышҡа сыҡһам, бер дуҫы менән Яңыбай тора. Икәүләшеп мине толопҡа төрөп, арбаға һалып алдылар ҙа, алып ҡайттылар ҙа киттеләр. Шунда уҡ, минең ризалығымды һорап та тормай, бата уҡыта ла һалдылар. Шулай итеп 19 йәшемдә Сәләхҡә килен булып төштөм. Бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы.
Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы менән Яңыбай тәүҙә Сәләхтә йәшәйҙәр. Шунан замана шауҡымы уларҙы ла Себер яҡтарына алып китә. Уртаҡ тормошта йылдар үтә, тик тулы бәхет өсөн балалар ғына етмәй.
– Балаға уҙа алмаясағымды аңлағас, ҡул төшөрөп илап ултырманым. Яҙымышыма шулай яҙылғандыр, тип ҡабул иттем. Ә беҙгә тигән бала Стәрлетамаҡта булып сыҡты. Өйләнешкәнебеҙгә ете йыл тигәндә Стәрлетамаҡтағы балалар йортонан яңы тыуған малай алып ҡайттыҡ. Динар тип исем ҡуштыҡ. Туғандарыбыҙ беҙҙең ҡарарҙы хуплап, тик изгелектәр теләп ҡабул иттеләр. Динар үҫеп, мәктәпкә йөрөй башлағас, ҡыҙ бала тураһында уйлай башланыҡ. Бында ла яҙмыш үҙенекен уйнап, теләгәнебеҙҙе алдыбыҙға сығарҙы. Ул саҡта Яңыбай бура бурап һатыу менән шөғөлләнә ине. Сираттағы заказ биреүселәр Гайҙа дауаханала эшләйҙәр икән. Медицина яғынан берәй ярҙам кәрәкмәйме, тип һорағастар, теләгебеҙҙе әйттек. Улар ярҙамында балалар йортонан яңы тыуған ҡыҙ бала алдыҡ. Бына шулай Әлфиәле булып киттек, – тип һөйләй Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы, иң бәхетле мәлдәренең береһен иҫенә төшөрөп.
– Тик иптәшем Яңыбай бик иртә мәрхүм булды. Мин ике бала менән тороп ҡалдым. Шулар миңә ҡайғыға батырға, юғалып ҡалырға ирек бирмәне, ҡайғымды шул балаларым менән баҫтым. Тап шул заманда “патронат ғаилә” тигән нәмә барлыҡҡа килгәйне.Осраҡлы түгел был, минең өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙе шундай мөмкинлекте алдыма сығарып ҡуялыр, тип уйланым. Ауылдан бер нисә кеше патронатлыҡҡа бала алырға йөрөп ҡараны, тик нимәгәлер килтереп сығара алманылар. Мин дә юллап ҡарарға булдым. Килеп сыҡмай, тиеүселәргә: “Миңә тигәндәре бар”, – тип, Ишембайға юлға сыҡтым. Ишембайҙан, бер- береһенә иптәш булырҙар, тип, ағалы-һеңлеле Алина һәм Илнурҙы алып ҡайттым. Береһенә – ете, икенсеһенә биш кенә йәш ине. Бына шуларҙы кеше итеп үҫтереүҙе, белем биреүҙе маҡсатым итеп ҡуйҙым. Балаларым миңә йәшәргә көс бирҙе, ауыр саҡтарҙа терәк булды, – тип һөйләй Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы нисек дүрт бала әсәһе булып киткәнен.
Бер нисә йыл элек Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы тормошон яңғыҙ йәшәп ятҡан ауылдашы Шәйәхмәт менән бәйләй.
– “Һин булмаһаң, мин япа-яңғыҙым, ғүмеремдә йүнле бер ни эшләмәй үлер инем”, тип әйтеп ҡуя ҡайһы саҡ иптәшем, – ти Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы, әле вахтала эштә йөрөгән иренең йылы һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп.
– Ҡатын-ҡыҙ бәхете – әсәй булыуҙа, балаларың, иптәшең менән бергә-бергә матур итеп донъя көтөүҙә. Хәҙер инде өлкән улым үҙе ғаиләле, яҡшы тормош көтә, беҙҙе ҡартәсәй-ҡартатай итеп, ейән һәм ейәнсәр бүләк иттеләр. Ә Әлфиә, Алина һәм Илнур студент булып, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәргә тырышып уҡып йөрөйҙәр. Улар имен уҡып сыҡһындар, алған һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашһындар, үҙ яртыларын табып, күҙле-башлы булһындар, тип эстән генә доғаларымды уҡымаған көнөм, сәғәтем, минутым юҡтыр.
Мин – бәхетле ҡатын! Барлыҡ ҡатындарға ла шуны теләйем: ир ҡулында, балаларыңды ҡосағыңа алып, бәхетле итеп йәшәргә. Әсә бәхетен татырға яҙһын! Шулай уҡ һаулыҡ теләйем, ҡалғаны булыр. Күк йөҙө аяҙ булһын, балаларыбыҙ ауырымаһын, – тип 8 Март менән ысын күңелдән әйткән ҡотлауҙарын еткерә бәхетле кеше, яҡшы әсә Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы.
Икенсе героиням – Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы Солтанова Һынташ ауылында ата-әсәһе, ҡартәсәй-ҡартатаһы янында бәхетле ҡыҙ булып буй еткерә. Юғары белем алып, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, Йомағужаға эшкә килә. Тап шунда үҙенең яҙмышын осрата:
– Баймырҙа менән үҙебеҙ танышып киттек. Мөхәббәт тураһында ҡысҡырып һөйләргә ярамай, ни тиһәң дә ул – иң изге, иң матур хис. Шулай ҙа ҡоро мөхәббәт менән генә ғаилә ҡороп булмай, ир ҡатыны булыу – ул бурыс. Оло бурыс. Ир ҡатыны булыу – ул дәрәжә. Был ҙур бурысты матур итеп үтәргә кәрәк. Кешене, оҡшатмайым тип, ташлап сығып китеп булмай. Борон бер-береһен белмәй өйләнешеп тә, бынамын итеп ғаилә көткәндәр, балалар үҫтергәндәр. Ҡатындар бурыстарын матур итеп үтәгәндәр. Ә кейәүгә, әгәр оҡшатмаһам, сыҡмаҫ инем, – тип йылмая хистәре тураһындағы һорауға Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы.
Ғаилә төҙөүгә шулай аңлы рәүештә, яуаплы итеп килгән кешенең, ысынлап та, барыһы ла уң килеп сыға: иптәше менән ике ҡыҙға ғүмер бирәләр, уларға матур тәрбиә биреп, мөхәббәткә сорнап үҫтерәләр. Ҡыҙҙар үҫеп, юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын табып, инде үҙҙәре ғаилә ҡорғандар.
– Ҡыҙҙарыбыҙ бер-бер артлы кейәүгә сығып киткәс,өйҙә күңелһеҙ булып ҡалды. Инде беҙ бер кемгәлә кәрәкмәйбеҙҙер һымаҡ тойолдо. Күңел бушлығын нимә менәндер тултырғы килде. Бына тап шул ваҡыттарҙа тәрбиәгә бала алыу тураһында уй барлыҡҡа килде. Өс йыл уйланыҡ: кәрәкле тәрбиә бирә алырбыҙмы, беҙ уны яратырбыҙмы, ул беҙҙе яратырмы, сабырлыҡ етерме... Шиктәр күп булды. Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙыгә ҡарайым да, уйлайым: оло йөрәкле ҡатын, ғәйрәтле. Ул балаларын тәрбиәләй алды, үҫтерҙе. Уға ҡарап, беҙ ҙә тәүәккәлләнек: 2010 йылда – Илдарҙы, 2016-ла Артурҙы ғаиләбеҙгә алдыҡ, – ти хәҙер инде ике ҡыҙ, ике малай әсәһе Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы.
– Илдарҙы тәүҙә алып ҡайтҡанда: “Ниһәйәт, үҙемдең кейемем була”, – тине. Бына шул балаға үҙ донъяһын, үҙ мөйөшөн булдырырға тырыштыҡ. Хәҙер балаларҙың бөтә нәмәһе лә бар: бүлмәләре, компьютерҙары, бүтән кәрәк-яраҡтары... Өйгә һыу үткән, башҡа уңайлыҡтар булдырылған.
Тәүҙә, әлбиттә, ауыр булды. Адаптация еңелдән түгел, ләкин түҙергә кәрәк. Улар беҙгә өйрәнгәнсе, беҙ уларҙың характерҙарына төшөнгәнсе күпмелер ваҡыт үтте. Ә хәҙер үҙебеҙҙең балалар кеүек. Баланы бит, алыуын-алғас, яратырға, үҙеңдеке итеп ҡарарға кәрәк, – ти Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы, үҙенең тормош күҙәтеүҙәренән сығып.
– Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәндәй, Илдарыбыҙ үҙебеҙгә оҡшап үҫте лә ҡуйҙы: эштәрҙе лә беҙҙең кеүек башҡара, беҙҙең кеүек фекерләй. Быны ауылдаштарыбыҙ ҙа әйткәне бар, – тип улдары өсөн ҡыуанып бөтә алмай Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы.
– Артур – мәктәптә, Илдар Сибайҙа уҡып йөрөйҙәр. Икеһе лә тырыш, эшлекле. Илдар, студентмын тип ҡарап тормай, байрам һайын һәр беребеҙгә бүләктәр тотоп ҡайта. Үҙе бер бәхет! – тип, улдары үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе ҡәҙерләп һаҡлап ҡуйған еренән алып күрһәтә Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы.
– Тәрбиә биргәндә ҡыҙҙарҙы күберәк усаҡ тирәһендәге эштәргә өйрәттем, ә малайҙар аталары менән – ҡайҙа барһа ла, ни эшләһә лә – бергә йөрөп эшкә өйрәнәләр. Балаларыма һәр саҡ өлгө итеп яҡшы тәрбиә алған, аҡыллы, маҡсатлы, тырыш туғандарымды килтерәм. Ҡыҙҙарым, Аллаға шөкөр, матур итеп донъя көтәләр, өс ейән, бер ейәнсәр бүләк иттеләр, улар менән ғорурланам. Улдарыма ла оҡшаған һөнәргә уҡып, йәмғиәткә файҙалы, маҡсатына ирешеүсән кешеләр булыуҙарын теләйем. Әсә булыу иң ҙур бәхет ул, – ти Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында. – Бәхет тә, бурыс та. Ә мин ике етем балаға әсәй була алғасмын, был бурысты икеләтә үтәп, хәҙер икеләтә бәхетлемендер. Тормошомдан ҡәнәғәтмен. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ғаилә именлеге, әле әсәй булмағандарға әсәй булыу бәхетен татырға, әсәйҙәргә – балалар бәхетен теләйем! – тип Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы ҡотлауҙарын гүзәл заттан булған уҡыусыларыбыҙға еткерҙе.
Бына шулай, әсә күңеле – балала, тигәнде йәнә бер иҫбатлап, ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһындағы һүҙебеҙ балаға барып тоташты. Үҙҙәренең ваҡытын, күңел йылыһын, ғүмерен йәлләмәгән оло йөрәкле, ҡыйыу, ғәйрәтле һәм мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, бер урамлы бәләкәй генә ауылда йәшәгән, ләкин нисәмә кешенең яҙмышын үҙгәртеп, бәхетле иткән кешеләр улар – Яңылбикә Мөхтәр ҡыҙы менән Ғәлиә Солтанәхмәт ҡыҙы. Бына ниндәй ул ысын ҡатын-ҡыҙ! Бәхетегеҙгә күҙ теймәһен, теләгән теләктәрегеҙ үҙегеҙгә лә икеләтә артып ҡайтһын! Байрам менән!
Читайте нас: