Ауыл уттары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйҙе әсәй тәрбиәләй

Әсә кеше ғүмер буйы балалары өсөн йәшәй, хатта баҡыйлыҡҡа күскәс тә уларҙы тәрбиләүен дауам итә: иҫән сағында әйткән һүҙҙәре, өйрәткән аҡылы, ҡылған эштәре менән. Быуындар шулай бәйләнешә: ҡыҙҙары әсәләренән күргәнде бөгөн тарата, иртәгә үҙенең ҡыҙҙарына, килендәренә тормош тәжрибәһен, туплаған белемен тапшырасаҡ... Бына минең геройым да: “Әсәйҙе әсәй тәрбиәләй”, – ти. Бөгөн үҙе биш балаға әсәй булған Юлдыбай ауылынан Лилиә Сәлихйән ҡыҙы Рәхмәтуллина ҡорған донъяһының именлеге, матурлығы һәм ишлелеге тап бала сағынан алған тәрбиәгә барып тоташа тигән фекерҙә.(Архивтан, 22 ноябрь, 2019 йыл, № 94)

– Әсәйем бик аҡыллы, тәртипле, тәрбиәле, абруйлы ҡатын булды. 30 йылдан ашыу балалар баҡсаһында эшләне. Тик, үкенескә күрә, уға балаларымдың бөтәһен дә күрергә яҙманы. Үҙем балаларға ғүмер биргәс кенә ғаиләлә әсәй кешенең роленә нығыраҡ төшөндөм. Күп нәмә тап әсәйҙән тора. Әсәйҙе әсәй тәрбиәләй, – ти, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, Лилиә Сәлихйән ҡыҙы, тормошондағы иң мөһим ҡатын-ҡыҙҙы хәтеренә алып. – Атайым да эшлекле, тырыш булды, алдынғы комбайнсы ине. Үҙ тормошомдо ла улар өйрәткәнсә, улар күрһәткәнсә ҡорорға тырышам. Хәҙер атай-әсәйем урынына ҡайным менән ҡәйнәм. Улар ҙа 50 йыл бергә матур итеп йәшәйҙәр – өлгө алырлыҡ кешеләребеҙ.
Лилиә Сәлихйән ҡыҙы Юнир Марат улы менән 2003 йылда өйләнешәләр. Икеһе лә Юлдыбай ауылында тыуып-үҫкән, ошонда мәктәп тамамлаған, һөнәр алған. Рәхмәтуллиндарҙың 16 йыллыҡ ғаилә тарихында төрлө мәлдәр – ауыр минуттар ҙа, бәхетле сәғәттәр ҙә булғандыр. Шулай ҙа, был ғаиләгә ҡарайым да, шикләнмәйем – бәхетле саҡтары йөҙ тапҡыр, хатта мең тапҡыр күберәк булған һәм булыр: биш балаға ғүмер биреү, биш баланы тәрбиәләү, уларҙың һәр береһенең тәүге аҙымдарына, тәүге һүҙҙәренә шатланыу, уңыштарына ҡыуаныу – бер нисә ғүмергә етерлек бәхеттер.
– Элек үҙем аптырай торғайным: нисек кешеләр, ҡурҡмай, күмәк бала тәрбиәләргә тәүәккәллек итә икән тип, – ти Лилиә апай минең “Нисек биш балаға ғүмер бирергә йөрьәт иттегеҙ?” тигән һорауыма. – Ләкин әсәйем һәр саҡ: “Хоҙай баланы үҙе белеп бирә, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа“, – тиер ине. Был, ысынлап та, шулайҙыр. Үҙем дә, тормош иптәшем дә ғаиләлә яңғыҙ балалар түгелбеҙ, икебеҙ ҙә ҙур ғаиләнең ҡәҙерен яҡшы беләбеҙ. Балаларым күмәк, апай-ағай тиешеп үҫһендәр, һәр саҡ барыр кешеләре, ярҙам итерлек яҡындары, яратҡан туғандары булһын, тип уйланыҡ.
Лилиә һәм Юнир Рәхмәтуллиндар, үрҙә яҙып үткәнемсә, биш балаға әсәй һәм атай. Өлкән ҡыҙҙары Лиана туғыҙынсы класта уҡый, баскетбол ярата, өйҙә әсәһенең уң ҡулы. Салауат – алтынсыла, ул футбол һәм шашка уйындарын, балыҡ ҡармаҡлауҙы үҙ итә. Өсөнсө класта уҡыған Эльвира күберәк ҡул эштәре менән ваҡыт үткәрергә әүәҫ икән. Алты йәшлек Нияз һәм өс йәшлек Инйәр әле балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Ҡошсоҡтары тураһында әсәй кеше сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
– Балалар тип уянабыҙ, балалар тип йоҡлап китәбеҙ. Балалар тип эшләйбеҙ. Иптәшем бар нәмәне табырға тырыша, ғаиләм тип өҙөлөп тора. Ауылда эш юҡ, тип ултырмайбыҙ. Ауыр ҙа ауыр, тип уфтаныуҙан бер нәмә лә алдыңа үҙенән-үҙе килеп сыҡмай. Кәртә тултырып мал тотабыҙ, иптәшем ағас эше менән шөғөлләнә. Киләһе йәй, Алла бирһә, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек магазинын асырға уйлайбыҙ. Әлегә төҙөлөш эштәре ҡайнай, – ти хужабикә.
Әммә тормоштағы иң оло һөнәр – атай һәм әсәй булыу. Һинең иңеңдә – кескәй кеше яҙмышы. Һинең ҡулыңда – бала бәхете. Был һөнәрҙә бер мәлгә лә ял юҡ.
Яңыраҡ Лилиә Сәлихйән ҡыҙы һәр әсәй өсөн юғары награда – “Әсәлек даны” миҙалын алды. Миҙал әсәлектең яуаплы ла, маҡтаулы ла, абруйлы ла, ғорурланырлыҡ та бурыс икәнен иҫбатлай.
Әсәйҙе әсәй тәрбиләй... Геройымдың был һүҙҙәре менән килешмәү ауыр. Әсә һөйөүө һәм хәстәрлеге беҙҙе ғүмеребеҙҙең тәүге минуттарынан һуңғыһына тиклем йылыта һәм һаҡлай. Әсә кешенең, бар донъяны онотоп, беренсе урынға балаһын ҡуйыуы, уның өсөн өҙөлөп тороуы һоҡландыра ла, хайран да итә. Ниндәй генә әсәй менән һөйләшмә, һәр кеменән: “Балаларым ҡайҙа ғына булмаһындар, тик һау йөрөһөндәр!” – тигән һүҙҙәр ишетәм.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙ ҙә бер ваҡытта ла ауырымағыҙ, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен,ә йөҙөгөҙҙән йылмайыу төшмәһен!
Читайте нас: