Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташ инәйҙәргә – Президенттан ҡотлау

Яңы йыл байрамы көндәрендә райондарҙа тормош гөрләй. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә сыҡҡан яңылыҡтар ҙа һөйләй.

Мәҫәлән, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин үҙенең шәхси сәхифәһендә оло йәштәге ветерандарҙы күркәм юбилейы менән ҡотлауы, оло кешеләрҙең иғтибар һәм бүләктәр өсөн бик рәхмәтле булыуы тураһында бәйән иткән.
Тыл һәм хеҙмәт ветерандары Анастасия Павловаға, Сәрүәр Насироваға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын еткергәндәр.
Анастасия Григорьевна тыумышы менән Петровка ауылынан. Ул Йылайыр ауылында йәшәй, ғинуарҙың тәүге көндәрендә 90 йәшен билдәләгән. Ауыр бала саҡ кисергән, атаһын репрессиялағандар, бер аҙ ваҡыттан һуң аҡлағандар. 1942 йылдан, үҫмер генә сағынан, ағас ҡырҡырға йөрөгән, бар ғүмере ауыр хеҙмәттә үткән. Ул ире менән ике бала үҫтергән, дүрт ейәне бар. Анастасия Павлова – сәйәси репрессия ҡорбаны.
Матрай ауылында йәшәгән Сәрүәр Насирова ла 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән. Баймаҡ районында тыуып үҫкән ҡатындың бала сағы ла ҡатмарлы, ауыр булған. Өс йәштә атайһыҙ ҡалып, бәләкәс кенә сағынан әсәһенә тормош мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам иткән, аҙаҡ колхозда иҫәпсе, һатыусы булып эшләгән. Ғиниәт исемле егет менән ғаилә ҡорғас, Насировтар 1960 йылда Матрай ауылында төпләнгән. Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы – райондың ғорурлығы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Сәрүәр инәй менән улар биш балаға ғүмер биргән. 11 ейәндәре, 16 бүләләре бар. Сәрүәр Насированың “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы", “Совет кооперацияһы отличнигы” билдәләре һәм башҡа наградалары бар.
Илгиз Лирман улы билдәләүенсә, 90 йәш – абруйлы, лайыҡлы осор. Был ике ветерандың тормош юлы – һәр кемгә миҫал, тормош ҡаһарманлығы өлгөһө.
#ВладимирПутин
Фото Йылайыр районы хакимиәте башлығының шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева, Башҡортостан гәзите.
Читайте нас: