Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уның яҙмышында – ил яҙмышы сағыла

Беҙҙең район хеҙмәт ветерандарына бай. Шуларҙың береһе – Фёдор Антонович Мущелёв. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 47 йыл. Күптән түгел генә район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллин Фёдор Антоновичты Яңы йыл менән ҡотланы һәм ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләп, республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы.

Федор Антоновичҡа үткән яҙ көнөндә 91 йәш тулған. Уның бала сағы, башҡа тыл хеҙмәтсәндәренең кеүек үк, эш менән үтә.
Ә ауырлыҡтарға, хеҙмәткә кеүек үк, ул бәләкәйҙән сыныға. Федор Антонович 1928 йылдың март айында Вознесенск ауылында, ишле ғаиләлә тыуа. Ғаиләлә 5 бала буй еткерә, бөгөнгө көндә бары тик апаһы һәм ағаһы тере. 13 йәшендә эшләй башлай. Һуғыш йылдарында егелгән аттарға тейәп, 200-300 литрлыҡ бочкалар менән яғыулыҡ ташый ул. Башҡа үҫмерҙәр менән бергәләп ауыр бочкаларҙы үҙҙәре тейәй, бушата. Әммә берәү ҙә һыҡранмай, сөнки барыһы ла еңеү өсөн тырыша. Һуғыштан һуң совхозда эшләүен дауам итә, ҡушылған һәр эште еренә еткереп башҡара, бер нәмәнән дә баш тартмай. Төрлө йылдарҙа слесарь, комбайнсы була. һәр эшкә намыҫ менән ҡарағанға, хеҙмәткәрҙәре араһында абруйлы эшсе һанала. Тормош иптәше, Петровка ауылы ҡыҙы Екатерина Филипповна менән оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны, оҙайлы ауырыуҙан һуң, 62 йәшендә донъя ҡуя. Екатерина Филипповна ғүмере буйы почтала эшләй.
Мущелёвтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың хәҙер һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, балалары бар. Федор Антоновичтың өс балаһы, дүрт ейәне, алты бүләләре бар. Галина ҡыҙы Сибай ҡалаһында йәшәй, ике бала үҫтереп, хәҙер дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй булып ултыра. Юрий улы Саратов ҡалаһында төйәкләнһә, кесе улдары Виктор Яманһаҙҙа йәшәй, ҡыҙ үҫтерә.
Фёдор Антонович «Сиҙәм үҙләштергәне өсөн» һәм юбилей миҙалдары менән наградланған. Республикабыҙҙың 100 йыллығында уларға тағы бер юбилей миҙалы өҫтәлде. Хеҙмәт ветераны, тыл хеҙмәтсәне Федор Антоновичты лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: