Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юлдыбайҙың аҫыл уҙаманы

Юлдыбай ауылында йәшәүсе Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы САПТАРОВ Яңы йыл алдынан ғына 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Был күркәм дата менән юбилярҙы ҡотларға тип балалары, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, дуҫтары, туғандары табын янына йыйылды. Хеҙмәт ветеранын ҡотларға район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин менән Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы З.М.Кинйәбаева килде. 90 йәшендә туғыҙ айлыҡ бүләһен һөйөп ултырған Сәғәҙәткирәй Сәлмән улының тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Саптаров Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы 1929 йылда Юлдыбай ауылында күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Малай бала саҡтан тиҫтерҙәре араһында айырылып тора: ҡалғандар ҡәҙимге әүҙем уйындарҙы үҙ итһә, Сәғәҙәткирәй ҡулынан китап төшөрмәй.
Белемгә ынтылышы Юлдыбай мәктәбенең 10 класын тамамлаған егетте Стәрлетамаҡҡа, бухгалтерлыҡҡа уҡырға алып китә. Уҡыуын тамлағас, йәш белгес тыуған ауылына ҡайта һәм һөнәре буйынса совхозға эшкә урынлаша. Ошо урында ул 40 йылдан ашыу эшләй. Уның хеҙмәте “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн”, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары, район, совхоз етәкселегенең бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән лайыҡлы баһалана.
Белем алып, эшкә урынлашҡас, Сәғәҙәткирәй ғаилә ҡороу тураһында ла уйлана башлай. 1957 йылда Йомағужа ауылына буласаҡ кәләше менән танышырға бара, әммә ҡыҙ өйҙә булмай сыға. Аттар егеп, әҙерләнеп килгәс, “буш ҡул” менән ҡайтып булмай бит инде, тип, егетте икенсе ҡыҙ менән тыныштыралар. Ун һигеҙе тулыр-тулмаған һылыу, оялсан һәм ипле ҡыҙ шунда уҡ егеттең күңеленә ята. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тигәндәй, эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙҙы һоратып-әйттереп, өйләнеп тә ҡуя. Осраҡлы ғына танышып, ҡауышҡан Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы менән Клара Ғиниәт ҡыҙы 50 йыл татыу һәм матур ғүмер итәләр.
Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы кәләшенән уңа: Клара Ғинәт ҡыҙы ысынлап та бар яҡлап уңған, эшлекле, егәрле кеше булып сыға. Ул ғүмер буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, совхоздың бер эшенән дә ҡалмай. Үҙ донъяһын да гөрләтеп алып бара. Баҡса тултырып емеш-еләген, йәшелсәһен үҫтерә, ә тәҙрә төптәрендә, ишек алдында үҫтергән гөл-сәскәләре күҙ яуын алырлыҡ булған. Клара Ғинәт ҡыҙы шулай уҡ бәйләмгә оҫта була: бейәләй-ойоҡбаштар ғына түгел, дебет шәлдәрҙе лә бик матур бәйләгән.
Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы ла бер минут та эшһеҙ ултырмаған. Шундай яуаплы һәм теүәллек талап иткән эштә эшләүенә ҡарамаҫтан, Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы ижади күңелле шәхес: йәш сағында ул күңелен ныҡ борсоған мәсьәләләр буйынса гәзиткә мәҡәләләр яҙған, шиғырҙар ижад иткән. Көслө, көр тауышлы уҙаман башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға әле лә бик әүәҫ. Элегерәк сәхнәләрҙә лә сығыш яһаған.
Сәғәҙәткирәй һәм Клара Саптаровтарҙың ҡорған донъялары һәр кемгә өлгө булырлыҡ: ишек алды тулы ҡош-ҡорт, кәртә тулы мал, ҙур һәм иркен яңы йорт.
Шулай ҙа тормоштарында иң мөһиме – балаларылыр, моғайын. Улар ике ҡыҙға, өс улға ғүмер биргәндәр. Әммә бала ҡайғыһы Саптаровтар ғаиләһен урап үтмәй: кинйә улдары йәшләй генә был донъянан китеп бара.
Ҡыҙҙарын һәм улдарын Саптаровтар эшһөйәр, сабыр холоҡло итеп тәрбиләйҙәр. Хәҙер инде улар һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, тырыш йәшәйҙәр, ата-әсәләренән алған тәрбиәне үҙ балаларына тапшыралар. Бөгөнгө көндә Сәғәҙәткирәй Сәлмән улы дүрт ейән-ейәнсәргә һәм ике бүләгә ҡартатай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Клара Ғиниәт ҡыҙына ғына был көндәрҙе күрергә насип булмай: 2007 йылда ул мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
90 йәштә ҙур табын янында һине яратҡан һәм хөрмәт иткән кешеләрҙе йыйып, ейән-ейәнсәрҙәреңә, бүлә-бүләсәрҙәреңә һөйөнөп ҡарап ултырыу – иң кәмендә Аллаһы тәғәлә биргән ғүмереңде бушҡа сарыф итмәгәнеңде аңлаталыр. Сәғәҙәткирәй Сәлмән улының ҙур һәм матур ғаиләһенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай ғаилә башлығына, Юлдыбай ауылының аҡһаҡалына ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр теләйек, артабан да балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәргә яҙһын!
Сәғәҙәткирәй Саптаров ижад иткән шиғыр:
Йәйге кис
Ҡояш байый, талғын нурын
Яғылдырып тауҙар битенә.
Сал ҡылғандар тауҙа эйелгәндәр
Йәйге кистең йомшаҡ еленә.
Ҡолас йәйеп күскән болоттарҙан
Ҡойолоп ҡалған ямғыр һыуына,
Киске шауға тауыштарын ҡушып,
Саңҡылдашып ҡаҙҙар йыуына.
Тып-тын аҡҡан зәңгәр һыуҙа
Һикерешеп уйнай балыҡтар.
Ҡанат йәйеп ҡоштар ояһына
Ҡайтышалар һуңға ҡалып та.
Көнгә янған ҡаяташ итәген
Суп-суп итеп, тулҡын үпкеләй.
Яр буйынан үтеп барған елдәр
Йүгереп барып ҡамғаҡ типкеләй.
Йырҙар йырлап килә һылыу ҡыҙҙар,
Тырыздарын элеп беләккә.
Тауыштары гәлсәр һандуғастай,
Ә йөҙҙәре бешкән еләктәй.
Таштан ташҡа баҫып аҡҡан
Ишетелә Һаҡмар шарлауы.
Ерҙе күккә тоташтырып,
Элә был кис төнгө шаршауын.
Читайте нас: