Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Их, быймаһы, быймаһы!

Йомшаҡ та, йылы ла, уңай ҙа! Ҡыш көнө быймаға еткән аяҡ кейеме бармы икән ул?! Юҡтыр!Быйма баҫыу борон халҡыбыҙҙың киң таралған кәсебе булһа, бөгөн уның менән булышҡандар бөтә республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулар иҫәбенә районға даны таралған оҫта быймасы Рәмис Әбсәләмов та инә.

Быйма баҫыу серҙәренә Рәмис атаһынан өйрәнгән. Ул ваҡытта Әбсәләмовтар Ейәнсура районының Биштирәк ауылында йәшәгән. Атаһы Хәйрулла Сөләймән улы тирә-яҡҡа даны таралған быймасы булған.
Рәмис, башҡа ир туғандары кеүек, атаһы янында бәләкәстән урала, тотоп ҡарамаһа ла, быйма баҫыу шөғөлөн күреп-белеп үҫә. Был эштең нескәлектәренә иһә атаһы Рәмисте 9 класты тамамлағас ҡына өйрәтә.
– Ике йыл атайымдың эшләгәнен ҡарап ҡына торҙом. Ул яҡын ебәрмәй торғайны. Ә минең эшләге килеп, ҡул ҡысып тора. Хәҙер генә атайымдың нишләп беҙҙе бәләкәйҙән быйма баҫыуға йәлеп итмәгәнен аңлайым. Тәү ҡарауға ғына еңел күренгән эш көстө күп талап итә, быуындарҙың хәлен ала, – тип һөйләй Рәмис.
2000 йылда Әбсәләмовтар Йылайыр ауылына күсеп килә. Шул йылдарҙа Рәмис ағалары менән быйма баҫыуға ныҡлап керешә. Әйтәләр бит, быйма баҫыу егәрлеләрҙең генә ҡулынан килә тип. Шулай булмай, бер пар быймаға кәмендә 4-5 сәғәт ваҡыт сарыф ителә.
– Һәр эшкә ихтирам менән ҡарарға кәрәк, шулай булмаһа, һөҙөмтә лә булмай. Хәҙер минең айырым цехым бар. Йәшерен-батырыны юҡ, һарыҡ йөнөнөң еҫе яман, әммә емеше татлы. Бер белеп алһалар, өйҙән үҙҙәре үк килеп ала, заказдар ҙа күп була. Ә бының өсөн етештергән тауарыңдың сифатлы булыуы шарт. Аҙаҡҡы ваҡытта чуни (башҡортса әйткәндә, быйма башы булалыр инде) етештереүгә күсеп киттем, сөнки уға һорау бар. Бигерәк тә байрамдар алдынан бүләккә кәрәк тип һорайҙар, – ти быймасы.
Чуни, быйма кеүек үк, сәләмәтлек өсөн яҡшы аяҡ кейеме. Уны күберәк өйҙә, ялан аяҡҡа кейеп йөрөү өсөн алалар икән. Сөнки һарыҡ йөнөнән баҫылған чуни күп кенә ауырыуҙарҙан арынырға ярҙам итә, аяҡҡа микромассаж яһай.
– Заказдар күп булып китһә (бая әйткәнемсә, был күберәген байрамдар алдынан була), төнө буйы эшләргә тура килә. Бүләккә уңай, хаҡы ла арзан. Ҡайһы берәүҙәр чуниның сигеүле булыуын һорай, был ваҡытта кәләшем Гөлгенә бар оҫталығын эшкә егеп, орнаменттар менән биҙәп бирә. Әйтәм бит, халыҡ һорауына ҡарап эш итергә тырышабыҙ, бөтә кәрәкле ҡулайламаларбыҙ ҙа бар, йыбанмай эшләргә лә, эшләргә, – ти Рәмис.
Әлегә Рәмис бер үҙе эшләй. Тәүҙә ауылдарға йөрөп, сифатлы йөн йыйып ала, уны киптерә, ҡыйҙан таҙарта, тетеү станогы аша үткәрә... Аҙаҡ, йөндө һыуҙа ҡайнатып, төп эшкә – быйма йәки чуни баҫыуға керешә.
– Бер көндә, ғәҙәттә, 3 пар чуни баҫам. Ярҙамсы булһа, әлбиттә, яҡшыраҡ булыр ине. Сөнки сентябрь айынан башлап яҙға тиклем заказдар күп була, – тип һүҙен дауам итә Рәмис.
Эшләһәң – эш ҡарышмай. Күптәр оҙон аҡса эҙләп, сит тарафтарға китә, ә бына өс бала тәрбиәләгән Әбсәләмовтар үҙ эшен ошонда тапҡан. Боронғо кәсепкә тотоноп, ауыр булһа ла эштән йәм табып, кешеләрҙе лә ҡыуандырып йәшәгән йәш замандаштарыбыҙ ихтирам тойғоһо ғына уята!
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: