Ауыл уттары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

#Айыҡауыл2020

Байғужала Шишмә байрамы

Тау шишмәһен күргән һәр бер юлсы
Туҡталмайса унан үтә алмай.
Ташҡа ятып көмөш һыуын
Эсмәйенсә китә алмай.
Ҡ. Даян.
Һыу – йәшәү сығанағы. Шуға ла ер-һыуыбыҙҙы һаҡлау, шишмәләрҙе таҙартып тороу – һәр кемдең бурысы. Йәш быуынға һыуҙың ҡәҙерен белергә өйрәтеү маҡсатында, тәбиғәт алтынға мансылған мәлдә ауылдаштар менән Таңатар ҡоҙоғо эргәһенә Шишмә байрамына йыйылдыҡ.
Таңатар шишмәһе ауылдан ситтәрәк аға. Ҡыҫҡа ғына юл үтеп, Кәкүккә ҡоя. Ҡанифа юлына яҡын, шуға элек юлсылар ошо тирәлә төнгөлөккә туҡтар булғандар. Ул саҡтарҙа Байғужа ауылына нигеҙ һалынмаған булған әле. Өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, бер юлсы таңға ҡарай иптәштәрен уятып: "Тороғоҙ! Таң ата!" – тип әйткәндән килеп сыҡҡан ул шишмәнең исеме. Шишмәнең һыуы саф, йомшаҡ. Ҡоҙоҡ урынын мал батыра тапап китә торғайны. Былтыр кәртәләп ҡуйғас, ҡоҙоҡ таҙа, һыуы сылтырап ҡына ағып ята. Үткенселәр, көтөүселәр һыуһынын ҡандырып йөрөргә бик һәйбәт булды.
Өлкән ағинәйҙәрең береһе Мырҙагилдина Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы, байрамды асып, һүҙҙе ауылыбыҙҙың имам-хатибы Азаматов Ғәле Сәғит улына бирҙе. Ғәле Сәғит улы һыуҙың ҡиммәте тураһында һөйләгәндән һуң ошо байрамды ойоштороусыларға рәхмәтен еткерҙе.
Солтанов Мәүлитдин Вәлитдин улы Таңатар ҡоҙоғоноң тарихы менән таныштырҙы. "Шишмәләр" ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сыңғызова Зөлфирә Сибәғәт ҡыҙы һыуға бәйле тыйыуҙар менән бик үҙенсәлекле итеп таныштырҙы. Мортаева Рәхимә Шәмсетдин ҡыҙы һыу алыу йолаһын күрһәтте, өләсәһе өйрәткәндәре менән уртаҡлашты.
Һыу эсеү тәртибе тураһында һөйләшеү ҙә фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды. "Йәшлек" ансамбле ҡыҙҙары һыуға бәйле ҡобайыр, йырҙар бүләк иттеләр. Ҡыуандыҡова Гөләйшә Яңыбай ҡыҙы бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, ҡартәсәләренең, ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп, Һаҡмар, Кәкүк, Ырыҫҡунған йылғалары буйына, Әлмөхәмәткә алып барып, ер-һыу атамалары, үҫемлектәр менән таныштырып йөрөүе тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Шунан һыу буйында уйнаған ҡырҡ таш уйынын өйрәтеп, бала саҡты иҫләп алдыҡ. Ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеүҙәр, дәртле бейеүҙәр күңелде асып ебәрҙе.
Шишмә, йылға буйҙарын таҙартыу, ҡоҙоҡтарҙы кәртәләү эштәре элек тә ойошторола ине. "Таҙа Һаҡмар" акцияһында ҡатнашып, 2017 йылда бер төркөм ауылдаштарыбыҙ Әлмөхәмәт ҡоҙоғон кәртәләп, буяп, бик ҡәнәғәт булғайны. 2018 йылда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына әҙерләнгәндә урамдағы колонкаларҙы өр-яңынан кәртәләп ҡуйғас, улар һаман да урамдарға йәм биреп ултыра. Ауылға ингән ерҙәге иң йомшаҡ һыулы ҡоҙоҡто “торна” биҙәй. Ә бына быйыл Кәкүк йылғаһы буйындағы Ташүҙәктә Солтанов Ғәйнулла үҙ көсө менән ҡоҙоҡ ҡаҙып, бурап ҡуйып, халыҡты ҡыуандырҙы. Хәҙерге көндә күптәрҙең ишек алдарында үҙ скважиналары бар. Аллаға шөкөр, һыуҙың мул ерендә йәшәйбеҙ, ҡәҙерен генә бел!
Ошондай изге эштәр башҡарып йөрөгән ир-егеттәребеҙ: Азаматов Ғәле, Вәлиев Ишбулды, Ғәниев Әхмәт, Ҡыуандыҡов Фәтих, Мортаев Янсаф, Солтанов Дамир, Солтанов Мәхиән, Солтанов Мәүлитдин, Солтанов Ғәйнулла, Сыңғызов Нәғим, Сыңғызов Рәфиткә рәхмәттәребеҙҙе еткереп, бәләкәй генә булһа ла бүләктәр тапшырып үттек.
Шуныһы үкенесле: ошондай мәғәнәле, фәһем алырлыҡ сараларҙа, пандемия арҡаһында, уҡыусы балаларыбыҙ ҡатнаша алмай ҡалды.
Ауылдаштарыбыҙ, килгән ҡунаҡтар менән бергәләп матур тәбиғәт ҡосағында Таңатар шишмәһе һыуынан сәй эсеп, көҙҙөң мул уңышы менән һыйланып, көр күңел менән ҡайтып индек өйҙәребеҙгә.
Зилә СОЛТАНОВА.
Байғужа ауылы.
Читайте нас: