Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юбиляр түрҙе биҙәр

Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәйебеҙ!

Тирә-яҡ аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төрөнгән миҙгелдә донъяға килгән беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Роза Сәйфетдин ҡыҙы БАЙҒУЖИНА 75 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай!
Әсәйебеҙ Юлдыбай ауылында Аҡ-ҡусҡаров Сәйфетдин Хисаметдин улы һәм Фатима Әхмәтғәле ҡыҙының ғаиләһендә ете бала араһында беренсе ҡыҙ булып ауаз һала. Йәшлек йылдары Матрай ауылында үтә, ә ғүмер итер төйәге – Байғужа ауылы була, атайыбыҙ Мостафа Муса улы Байғужинға кейәүгә сығып, 7 балаға ғүмер биреп, 45 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, матур донъя ҡороп, өлгөлө ғаилә булып йәшәнеләр.
Беҙ, балалары, әсәйебеҙҙе бер ҡасан да ял итеп ултырғанын күр-мәнек, ул гел ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүл. Беҙ бала саҡта эштән ҡайта ла, мал-тыуар ҡарау, күмәк ғаиләнең тамағын туйҙырыу, өҫ-башын теүәлләү, дәрес әҙерләүҙәр, гәзит-китаптар уҡып, бергәләшеп йыйылышыуҙар, төрлө ҡул эштәре менән булышыуҙары, атайыбыҙ яңылыҡтар ҡараһа, тауышланмай тыныс ултырыуҙар, йоҡлар алдынан әкиәт уҡыуҙар, ятып киткәнсе мәж килешеп, ҡайнап йәшәүҙәр беҙҙең хәтеребеҙҙә күңелле минуттар булып уйылып ҡалған. Өҫтәүенә ҡартәсәйебеҙ беҙҙең менән тормош көттө, уның таҡмаҡтарын, бейеүҙәрен тыңлап үҫтек беҙ. Ғаиләбеҙҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас сабырлыҡ, тый-наҡлыҡ, эш һөйөүсәнлек һәм татыулыҡ тәрбиәләнгән икән...
Беҙҙе белем алырға әйҙәүсе атайыбыҙ булһа, әсәйебеҙ – өй-рәтеүсе, алға юл ярыусы булды: белмәгәнде яйлап өйрәтер, күрһәтер ине. Беҙҙең юғары белем алып, хәҙер уңышлы эшләп йөрөүебеҙ – тик атайыбыҙ һәм әсәйебеҙҙең ҙур тырышлығының емештәре.
Өйҙәге эштәрҙән тыш, әсәйебеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡат-нашты, агитатор, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, мәктәптә профком рәйесе лә булды ул. Күршеләребеҙ, ауылдаштарыбыҙ кәңәш, ярҙам һорап уға киләләр, кешенең ҡайғыһын да, шатлығын да үҙ йөрәге аша үткәрә белә ҡәҙерлебеҙ.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Һине 75 йәшлек юбилейың менән бөтә йөрәгебеҙҙән ихлас ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме – сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ, балалар ҡыуанысы теләй-беҙ. Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, үҙ аяҡтарың менән йөрөп, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең менән бергә ғүмер кисереүең – үҙе бер бәхеттер ул! Хоҙай Тәғәлә шул бәхеттәргә өҫтәп ғүмер, бәрәкәтле, мул тормош, күңел тыныслығы бирһен! Киләсәктә лә беҙгә терәк-таяныс булып, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, ауырымай-һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын, Алла бирһә. Беҙгә, балаларыңа, бүләк иткән ғүмер, бер ҡайғыһыҙ бала сағыбыҙ өсөн, матур тәрбиәң, оло юлға аяҡ баҫтырғаның өсөн мең-мең рәхмәтлебеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙҙа үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән – улдарың, ҡыҙҙарың, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: