Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ традицияларын һаҡлаусылар

Элек-электән тормошобоҙҙа оло йәштәге инәйҙәр һәм олатайҙар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә булған. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәйҙәр кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәтенә ҡолаҡ һалғандар, кәңәштәрен тотҡандар.

Бөгөн ауылдарҙа бындай төркөмдәр пионер, комсомол, партия кеүек ойош­маларҙың ролен үтәй, йәштәрҙе тәрбиәләй. Өлкән йәштәгеләрҙең өлгөһө һәм тәрбиәһе аша йәштәребеҙ күңеленә иманлылыҡ, мәрхәмәт­лек, изгелек, яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы һа­лыу, халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттә­ре­нә һөйөү тәрбиәләү, онотола барған шөғөл-кә­септәребеҙҙе тергеҙеү маҡсатында респуб­ли­каның һәр районында һәм ауылында ағинәйҙәр хәрәкәте йәйелдерелә.
Яманһаҙ ауылының “Фәтихә” ойошмаһы шундайҙарҙың береһе. Улар хаҡында ишетмәгәндәр һирәктер! Бер ойошма булып тупланған ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-егеттәре эшләй ҙә, ял да итә белә шул! Эшмәкәрлектәре хаҡында Интернет селтәрендә лә бихисап мәғлүмәт осратырға була.
Яманһаҙҙағы “Фәтихә” ойошмаһы бик күп фәһемле, өлгөлө эштәр башҡара, дини байрамдарҙан, йолаларҙан да ситтә ҡалмай улар. Ойошманың тағы бер яҡшы яғы – улар күмәкләп ауылдағы өлкән йәштәге инәйҙәргә ярҙамға йөрөйҙәр: картуф йыйыу, һарыҡ ҡырҡыу кеүек эштәрҙе йырлап ғына башҡара улар. Оло йәштәгеләр бындай “тимуровсыларға” рәхмәттәрен уҡып ултырып ҡала. Ойошмаға берләшкән апайҙар бер-береһенә өмәгә лә йөрөргә күнеккән. “Эште бергә башҡарһаң, күңелле лә, ырамлы ла”, – ти улар.
Читайте нас: