Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Татыу, күркәм ғаиләләр – һәр ауылдың биҙәге

Ир менән ҡатын, бала менән ата-әсә араһында йылы мөнәсәбәт бөркөп, тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡорған, балаларын итәғәтле итеп тәрбиәләүгә күп көс һәм күңел ҡеүәтен һалған Иҫәнбаевтар ғаиләһе тураһында уҡығыҙ.

Әминә менән Миршат Иҫәнбаевтар – Йомағужа ауылында төпләнеп, матур донъя ҡорған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ошо ауылда тыуып үҫкән Миршат Иҫәнбаев, мәктәпте тамамлағас, тиҫтерҙәре кеүек бәхетте ситтән эҙләмәй, тыуған ерендә ҡалыуҙы хуп күрә. Күрше Иҫке Яҡуп ауылы ҡыҙы Әминә менән 1996 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Бына 22 февраль көнө уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 25 йыл булырға тора. Тормоштарын йәмләп, һөйөү емештәре Гөлдәр, Ғайсар, Камила һәм игеҙәк ҡыҙҙар Сәлимә менән Мәҙинә үҫеп килә. Балалар, атә-әсә наҙына ҡойоноп, бәхетле, онотолмаҫ мәлдәрен кисерә. Миршат һәм Әминә Иҫәнбаевтар, улар өсөн өҙөлөп торған, яҡшы сифаттарға үрнәк булған атай һәм әсәй.
Оло ҡыҙҙары Мәскәү ҡалаһының Серго Орджоникидзе исемендәге юғары уҡыу йортоноң геофизика факультетын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған, әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөй, бер бөртөк улдары Ғайсар Сибай педагогия колледжының ғәмәли информатика факультеты студенты, Камила Ш.Бабич исемендәге гимназияның 8-се класында белем ала, ә кескәй игеҙәк ҡыҙҙар ауыл мәктәбенең икенсе класында уҡып йөрөйҙәр.
Әминә Вәлиәхмәт ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған бәхетле әсәйҙәрҙең береһе, ул мәктәптә эшләй. Ул үҙенең уңғанлығы, аш-һыуға оҫталығы менән айырылып торған хужабикә. Ҡыҙҙары-матурҙары менән йорт тултырып гөл-сәскәләр үҫтереүсе, таҙалыҡ-мөхтәлекте булдырыусы ханым булараҡ ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған. Йорт хужаһы Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй. Өлгөлө ғаилә башлығы Миршат Һиҙиәт улы бар яҡлап та тырыш һәм донъя тотҡаһы. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ҡура тултырып мал-тыуар, йылҡы малы ла көтә улар, ә ауылда йәшәгән кешегә был шөғөл менән булышыу өсөн техника булмаһа, бик ауырға тура килә, шуға күрә лә Миршат Һиҙиәт улы быныһын да йүнләп ҡуйған. Йәй айҙарында күпләп ҡош-ҡорт тоталар, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр һәм бына һуңғы йылдарҙа ныҡлап ҡортсолоҡто ла үҙ иткәндәр улар, бер нисә умарталары ла бар.
Читайте нас: