Ауыл уттары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары

“Ауыл уттары” гәзитендә приз отоусылар араһында был мөләйем инәй ҙә бар. Ҡаҙырша ауылында йәшәгән Сәлихә Билалованы гәзит уҡыусылар белә, сөнки ул күп кенә хәтирәләр авторы.

– Үҙ районымды, үҙ ауылымды ғына түгел, үҙ районкамды ла яратам. Тормош иптәшем Иҙрисем дә: “Үҙ районыңда йәшәп тә район гәзитенә яҙылмау – оят, хурлыҡ ул”, тип әйтә торғайны. 53 йыл Ҡаҙырша ауылында йәшәйем, Аллаға шөкөр, районканы шул 53 йыл дауамында бер өҙмәй алдырам. Һеҙ ҙә яҙылығыҙ, алдырығыҙ! Бүләк өсөн түгел, ә үҙ районыңдың хәлен белеү өсөн кәрәк ул гәзит. Ә шулай ҙа, бүләгегеҙ өсөн рәхмәт! – ти Сәлихә Мирғәле ҡыҙы.
Сәлихә Мирғәле ҡыҙы ҡартатай һәм өләсәй тәрбиәһендә үҫә. Уларға эйәреп, динде һөйөп, яратып буй еткерә ҡыҙ. Уны: “Кеше йомошҡа килһә, бер ваҡытта ла ҡоро сығармаҫҡа, урламаҫҡа, алдашмаҫҡа! Кеше ҡайғырһа – ҡуша ҡайғыр, ҡайғыһын уртаҡлаш, тол ҡалған, яңы бушанған ҡатындың хәлен бел. Хәл белергә форсатың булмаһа, мөрйәһенең төтөнөн ҡараһаң да сауап була”, – тип өйрәтеп үҫтерәләр.
Читайте нас: