Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Спорт миңә көс һәм ҡеүәт бирә”

Вилнур Таһиров спорт менән бәләкәй генә сағынан дуҫ,тағы ла бик күп һәләттәре һәм уңыштары тураһында уҡығыҙ

Һау-сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәклеген һәм кем белә. Белә, әммә бик күптәр быны эшләргә ашыҡмай. Ә бына Һабыр урта мәктәбенең 6-сы класында уҡып йөрөгән Вилнур Таһиров спорт менән бәләкәй генә сағынан дуҫ.
Гөлсирә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Венер Тәлғәт улы Таһировтарҙың өс ҡыҙы араһында үҫкән бер бөртөк малай ул Вилнур. Өс йәшендә үк боксер бейәләйҙәре кейеп төртөшә, бик күп спорт төрҙәрен һәм уларҙың ҡағиҙәләрен өйрәнеп, белеп үҫә. Вилнур уҡыу яғынан да яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра – “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый. Тағы ла йыр-моң менән дуҫ – мәктәптә, район кимәлендә ойошторолған шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып, мәктәп исеменән театр-фольклор төркөмө менән бергә конкурс-фестивалдәрҙә төрлө ролдәр башҡарып, оҫталығын күрһәтә. Ғөмүмән, спорт менән мауығыуы уға сәхнәгә сығырға ҡамасауламай, киреһенсә, улар бер-береһен тулыландыра ғына.
Спортҡа булған һөйөү Вилнурға дзюдо, самбо, теннис, футбол, волейбол буйынса район һәм республика кимәлендәге бик күп ярыштарҙа уңыштарға өлгәшкән, һәләтле һәм тәжрибәле тренер булып танылған атаһынан күскән. Ә ижади һәләтенең көслөлөгө, матур йырлауы, шиғырҙарҙы оҫта һөйләүе, сәхнәлә үҙен ҡыйыу тотоуы кеүек сифаттар уға әсәһе яғынан килә.
Нимә һуң ул спорт, тигән һорауға үҫмер, ул – минең йәшәү рәүешем, тип яуап бирә. «Тағы ла футбол, волейбол, теннис, ҡыш көндәрендә хоккей уйнайым, саңғыла йөрөргә яратам. Ғөмүмән, спорт минең тормошомда бик мөһим урынды алып тора, миңә ул көс һәм ҡеүәт бирә», – ти Вилнур. Үҙ өҫтөндә тырышып эшләгән буласаҡ һалдат өсөн киләсәктә лә юлдар асыҡ булыр тип уйлайым, сөнки һалдат кешегә батырлыҡ, сабырлыҡ һәм әрһеҙлек кеүек сифаттар тап ил алдындағы бурысын үтәгән ваҡытта кәрәк.
Бөтә булған һөйөүен спортҡа бағышлаған егет апайҙары Азалия менән Тәнзиләгә, һеңлеһе Рузиләгә таяныс булһа, атаһының – уң ҡулы, әсәһенең дә ҙур ярҙамсыһы ул.
Таһировтарҙың баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп, сос һәм таһыл булып үҫеп килгән улы – мәктәп ғорурлығы ла. Сөнки фән олимпиадаһы булһынмы, йә спорт ярыштары булһынмы – ул һәр ваҡыт сафта. Көслө берҙе еңер, белемле меңде еңер, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Тап Вилнур тураһында әйтелгән дә инде был мәҡәлдә. Быны район һәм республика буйынса спорт ярыштарында, шулай уҡ олимпиадаларҙа, конкурстарҙа алған призлы урындары, бихисап миҙалдары, төрлө-төрлө дипломдары һәм грамоталары иҫбатлай. Был ғына ла түгел, Вилнур уҡыусы балалар араһында райондың теннис буйынса абсолют чемпион тигән исемде лә йөрөтә.
Вилнур киләсәккә лә ҙур ниәттәр, пландар менән йәшәй, мәҫәлән, атаһы кеүек спорт юлын һайларға теләй. Бына ошондай батыр, сәләмәт тормош яҡлы, көслө рухлы егеттәребеҙ күберәк булһын ине.
Вилнурҙың теләктәре тормошҡа ашыуын, һәр ваҡыт шулай тырыш, маҡсатлы егет булып ҡалыуын, тағы ла алға һәм алға ынтылып, маҡсаттарына ирешеп, ҙур үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
М.ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: