Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шулай итеп, төп приздар өсөн көрәшәсәк ауылдар исемлеге билдәле булды

«Айыҡ ауыл-2020» конкурсы финалистары кемдәр?

Бөгөн, 10 мартта, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы финалсылары араһында интернет-тауыш биреү башланды. Әйтергә кәрәк, ойоштороу комитеты ҡарары менән, йәшәгән кешеләр һанына ҡарап, ауыл категорияларына үҙгәрештәр индерелде.
Шулай итеп, төп приздар өсөн көрәшәсәк ауылдар исемлеге:
Эре ауылдар категорияһында:
Тәтешле районының Шулған;
Өфө районының Шамонин;
Учалы районының Илсе ауылдары.
Ҙур ауылдар категорияһында:
Әбйәлил районынан Таштимер;
Бөрөнән Баҡтыбай;
Күгәрсендән Исем ауылдары.
Уртаса ауылдар араһында:
Бөрйәндән Берәтәк;
Ҡыйғы районынан Иҫке Мөхәмәт;
Стәрлетамаҡ районынан Күсәрбай ауылдары.
Бәләкәй ауылдар исемлегендә:
Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай;
Благовар районының Үрге Ҡарғалы;
Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдары.
Финалсылар «Голос РБ» https://golos.bashkortostan.ru/polls/224/ порталында ойошторолған интернет-тауыш биреүҙә ҡатнаша. Шунда уҡ ауылдарҙың видеопрезентациялары урындаштырылған. Уларҙы ҡарап, үҙегеҙгә оҡшаған ауыл өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Тауыш биреү 10-нан 20-се мартҡа тиклем дауам итә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ай аҙағында була. Ойоштороу комитеты ҡарары менән ҡатнашыусыларға өҫтәмә махсус приздар ҙа булдырылған.
«Айыҡ ауыл-2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Источник: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
Читайте нас: