Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары

Сөмбөл дә сығышы менән ауылдан.

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары

Йәмле Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуып, Ағиҙелдә һыу инеп, тәбиғәттән илһам, атай- әсәйенән яҡшы тәрбиә алып үҫкән. Яҙмыш елдәре уны Йылайыр яҡтарына илтә. Ҡашҡар ауылы егетенә кейәүгә сығып шунда төпләнә. Ун биш йыл бер көндәй үтеп тә китә. Сөмбөл Сәит ҡыҙы Моталлапова иптәше менән шыңғырҙап торған ҡарағайҙан яңы йорт һалып инәләр. Йорт тирәләй күҙҙең яуын алып торған матур- матур сәскәлә үҫһә, ғаиләне йәмләп береһенән- береһе алсаҡ балалар үҫә. Сөмбөл Сәит ҡыҙы йырға маһир, тиктән генә ошо һөнәрҙе һайламаған бит ул! Бына инде ун йыл “Умырзая” халыҡ ансамблен етәкләй. Ансабль ауыл клубында үткән һәр сарала сығыш яһай. Республикала үткән төрлө йыр, фольклор конкурстарында призлы урындар ала.

  Сөмбөлдөң ҡулы белмәгән эш юҡтыр ул! Ниндәй генә эшкә тотонһа ла “һә” тигәнсә тәтәйҙәй итеп эшләп тә ҡуя. Ҡара яҙҙан, ең һыҙғанып сәскәләр сәсеп, наҙлап иркәләп үҫтерә. Йәйен инде сәскәләре ишек алдынан, урам баҡсаһынан урын ала, уларҙың сағыулығына күҙҙәр ҡамаша.

Ҡул эштәренә лә оҫта ул. Уның эшләгән милли биҙәүестәре, һаҡалдар, алмиҙеүҙәр, ҡашмауҙар күҙҙең яуын алып тора. Сәхнәлә сығыш яһағанда был биҙәүестәр милли кейемде тулыландырып нәзәҡәт өҫтәп тора.

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: