Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лайыҡлы награда эйәһе

Гөлйәүһәр Муса ҡыҙы Дилмөхәмәтова "Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы" знагы менән бүләкләнде.

Лайыҡлы награда эйәһе
Лайыҡлы награда эйәһе

Гөлйәүһәр Дилмөхәмәтова ла бына утыҙ һигеҙ йыл инде район үҙәк дауаханаһында эшләй. Ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәй, Гиппократ антына тоғро ҡалып эшләй ул. Был хаҡта уның хеҙмәтен баһалаған күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары дәлилләй.

Эшегеҙ ауыр, зарланмайһығыҙмы, ялҡытманымы бер урында эшләү, тип һорайым.
- Һис тә зарланмайым. Эшем бик оҡшай. Шуға ла эштең ауырлығын тоймайым. Тормошомдо эшемдән башҡа күҙ алдына ла килтермәйем, - тип яуап ҡайтарҙы Гөлйәүһәр.  Гөлйәүһәр Муса ҡыҙы эшендә генә тырыш хеҙмәткәр түгел, өйөндә лә уңған хужабикә һәм әсәй. Уның иң яратҡан шөғөлдәре - баҡса үҫтереү һәм тәмле-татлы ризыҡтар бешереү, бәйләү. Ул йыр-моңға ғашиҡ йән. Йорт алдарын сәскәгә күмеп, үҙе үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән төрлө ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйлап, барыһына ла ҡәнәғәт булып йәшәй ул. Ошо бәхеттән һәм хеҙмәттәштәренең ихтирам-хөрмәтенән айырмаһын уны Хоҙай!



 

Лайыҡлы награда эйәһе
Лайыҡлы награда эйәһе
Лайыҡлы награда эйәһе
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: