Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Почетлы остаз" исеменә лайыҡ - Нәилә Вил ҡыҙы Исламғолова

Бала саҡта гел табип булып уйнаным,

"Почетлы остаз" исеменә лайыҡ - Нәилә Вил ҡыҙы Исламғолова
"Почетлы остаз" исеменә лайыҡ - Нәилә Вил ҡыҙы Исламғолова

Дауаханала ятҡан һәр кемдең белемле, кешелекле табипҡа, уколды оҫта ҡаҙаған шәфҡәт туташына эләккеһе килә. Кешеләр дауалауға 30 йыл ғүмерен бағышлаған шәфҡәт туташы Нәйлә Исламғолова хаҡында пациенттарҙан: “Нәйлә Вил ҡыҙының ҡулы йомшаҡ, рәхмәт инде уға”,-тигән йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.

Нәйлә Исламғолова Йылайыр район үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә 1992 йылдан алып эшләй. Аҡ халаттарҙың бөхтәлегенән башлап, сирлегә тәғәйен һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенә тиклем шәфҡәт туташы яуап бирә.

- Бала саҡта гел табип булып уйнаным, үҙемсә укол яһап маташа инем. Шуға ла, мәктәп тамамлағас, алдымда ниндәй һөнәр һайларға тигән икеләнеү булманы. Ҡыйыу баҫып Сибай медицина училищеһына юлландым. Унда уңышлы ғына уҡып, диплом алып сыҡтым. Эш ҡатмарлы, сөнки ауыр хәлдәге пациенттар менән эшләргә тура килә. Тәүлек әйләнәһенә эш урынында булып, кеше ғүмере өсөн көрәшергә тура килгән мәлдәр - иң ауыры. Шулай ҙа һөнәремде ныҡ яратам,-ти Нәйлә Вил ҡыҙы.

Шәфҡәт туташы өлгөлө хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Һәр ваҡыт белемен камиллаштырып тора. Юғары категориялы шәфҡәт туташы өйөндә лә өлгөрә, ғәзиздәрен ҡатын, әсәй наҙы менән уратҡан.

Нәйлә Вил ҡыҙы кеүек үҙ эшен яратып башҡарған, кеше ҡәҙерен белгән белгестәр күберәк булһын, тип теләйек.

 

"Почетлы остаз" исеменә лайыҡ - Нәилә Вил ҡыҙы Исламғолова
"Почетлы остаз" исеменә лайыҡ - Нәилә Вил ҡыҙы Исламғолова
"Почетлы остаз" исеменә лайыҡ - Нәилә Вил ҡыҙы Исламғолова
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: