Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер ғаиләлә 47 бала тәрбиәләнә!

Был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров үҙенең «#ЖЗЛ_Башкортостан» рубрикаһында һөйләне.

Бер ғаиләлә 47 бала тәрбиәләнә!
Бер ғаиләлә 47 бала тәрбиәләнә!

Благовещен районы Ошмянка ауылынан Минизаһиҙә Һәм Владимир Шичиндар өс үҙенең, бер уллыҡҡа алынған ҡыҙ һәм 47 тәрбиәгә алынған бала тәрбиәләй.

Был ғаиләлә барыһы ла нисек өлгөрә икәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Малайҙарҙы Владимир Иванович тәрбиәләй. Бергә бесән, утын әҙерләйҙәр, ихатаны тәртиптә тоталар. Бөтә малайҙар өйҙә, атай - әсәйҙән машина йөрөтөргә өйрәнә, һуңынан имтихандарҙы бер ниндәй ҙә проблемаһыҙ тапшыра һәм водитель таныҡлығы ала. Ә ҡыҙҙар менән әсәй шөғөлләнә. Был алым айырыла. Ғаиләлә талантлы балалар, Һәм Минизаһиҙә Зәки ҡыҙы театр түңәрәге һәм ике бейеү коллективы ойоштора. Улар конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә сығыш яһай, спектаклдәр ҡуя, бейей», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ:ИА Башинформ.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: