Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ Абрар Ярлыҡаповҡа – Салауат Юлаев ордены!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, республиканың Мәскәүҙәге тәүге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

Яҡташыбыҙ Абрар Ярлыҡаповҡа – Салауат Юлаев ордены!
Яҡташыбыҙ Абрар Ярлыҡаповҡа – Салауат Юлаев ордены!

Билдәле шәхескә юғары награда күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, дәүләт һәм фән эшмәкәрлеге өсөн бирелде. Бүләкләү иһә Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы булдырылыу датаһына (1919 йылдың 23 марты) тап килтерелеүе лә осраҡлы түгел.

– Беҙҙең быуынға, моғайын, иң ауыр осорҙа эшләргә тура килгәндер. Бәхеткә күрә, маҡсатыбыҙ, уй-фекерҙәребеҙ бер ине: яңыртылған Башҡортостан Республикаһы ҙур Рәсәй Федерацияһының бер өлөшө һәм яҙмыштары айырылғыһыҙ тигән ныҡлы инаныс булды. Асылда, тап ошоға бәйле беҙҙең тарафтан тулы хоҡуҡлы вәкиллек институты булдырылды ла. Хеҙмәтебеҙҙең бушҡа китмәүе шатландыра — төбәгебеҙҙең тотороҡло үҫеше шуға дәлил. Дөйөм эшкә индергән өлөшөмдөң юғары баһаланғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Тыуған Башҡортостаныма, уның эшһөйәр халҡына уңыштар теләйем, — тине Абрар Бәҙретдин улы.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы юғары наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлап, именлек теләйбеҙ!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: