Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәт ветеранына 90 йәш

Йылайыр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мария Константиновна Чекалова үҙенең 90-сы яҙын ҡаршыланы. Мария Константиновнаны муниципаль район хакимиәте башлығы  Борис Николаевич Мелкоедов ҡотланы.

Ветеранға район алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн рәхмәт белдереп, ныҡлы һаулыҡ, балаларын, яҡындарын ҡыуандырып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүен теләне һәм ветеранға сәскәләр гѳлләмәһе бүләк итеп, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы.

Фото: https://vk.com/zilairskij

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: