Ауыл уттары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорманаевтарҙың 11-се балалары донъяға килгән!

39 йәшлек әсә был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр иткән.

Ҡорманаевтарҙың 11-се балалары донъяға килгән!
Ҡорманаевтарҙың 11-се балалары донъяға килгән!

«Рамаҙан айының тәүге көнөндә, 23 мартта, Ынйы ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Яратҡан иремә һәм ғаиләмә рәхмәт! Мин һеҙҙе ныҡ яратам!» — тип яҙған 11 бала әсәһе.

Гөлназ шулай уҡ Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән район дауаханаһы табиптарына рәхмәтен белдергән.

Хәҙер ғаиләлә алты ҡыҙ һәм биш малай тәрбиәләнә. Ҡорманаевтар ғаиләһе “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына ла лайыҡ булған.

Ҡорманаевтарға сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-4647320_424526

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: