Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш

Табиптар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарының эше – иң ауыр һәм йәшәү өсөн кәрәклеләрҙең береһе. Әле, бөтә донъяны өйрәнелмәгән яңы инфекция биләп алғанда, улар – алғы һыҙыҡта. Үҙебеҙҙең иң ҡиммәтле  – һаулығыбыҙҙы уларҙан башҡа тағы кемгә ышанып тапшыра алабыҙ?!

Ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш
Ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш

Йылайыр ашығыс ярҙам участка фельдшерҙарының береһе Рәзилә Яңыбай ҡыҙы Моратова 25 йыл дауамында райондаштарының һаулығы һағында. Рәзилә Ҡашҡар ауылында йәшәүсе Юлгилдиндар ғаиләһендә тыуып үҫә. Бала саҡтан табип булырға хыялланған ҡыҙ Сибай гимназия-интернатында уҡығандан һуң медицина училищеһының дауалау эше бүлегенә уҡырға инеп уны уңышлы тамамлап сыға. 1998 йылдан алып тиҙ ярҙам бригадаһында фельдшер булып эшләй. 
Фельдшер hөнәре кешенән ни тиклем түҙемлек, белем, үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙы талап итә. ул ваҡиға үҫешен алдан белеп торорга тейеш, Рәзилә Яңыбай ҡыҙының булмышында был һыҙаттар ярылып ята.

– Мин һайлаған һөнәремә ғашиҡмын тип әйтә алам, сөнки бала саҡтан табип булырға хыяллана инем. Ауыл мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас әсәйем мине Сибай педагогия училищеһына имтихан тапшырырға алып барҙы. Беренсе имтиханды тапшыра алмағас мин ҡыуандым ғына, әммә ауыл мәктәбенә ҡайтырға оялдым һәм ҡала гимназияһында уҡырға ҡалдым. Ә 11-ҙе тамамлағас медицина юлын һайланым. Әсәйем ҡаршылашып торманы инде. Хәҙер, “алай ҙа ошо һөнәрҙе һайлағанһың, ҡыҙым”, тип ҡыуана, тип һөйләй Рәзилә Моратова.

Әлбиттә шулай, ғаилә табибы кеүек, уға туғандарының кемеһе ауырый, көн тимәй, төн тимәй шылтырата һала. Ул уларҙың мөрәжәғәтен кире ҡаҡмай барыһына ла ярҙам ҡулын һуҙа.

Рәзиләнең эш көнө hәр ваҡыт төрлөсә уҙа, тик уларҙың күпселеге тынғыһыҙ үтә.

Ашығыс ярҙам персоналы ҡатмарлы шарттарҙа эшләй. Саҡырыуға барғанда, фельдшер теләһә ниндәй, иң көтөлмәгән хәл менән сорашырға мөмкин. Уның күҙаллауы киң, медицинаның төрлө өлкәһендә белеме булырға, ҡатмарлы хәлдә тиҙ яраҡлаша белергә тейеш, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә дөрөҫ ҡарар ҡабул итeргә лә кәрәк. Бының өсөн махсус әҙерлек кенә етмәй, йылдар дауамындағы тәжрибә, белемде камиллаштырыу һәм билдәле бер әхлаҡи сифаттар  талап итә.

25 йыл дауамындағы хеҙмәтен баһалап күп төрлө Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырыла Рәзилә Яңыбай ҡыҙына.

Рәзилә сәләмәт тормош яҡлы, саф һауаны ярата. Йәйгеһен ғаиләһе менән сәйәхәт итһә, ҡышҡыһын саңғыла йөрөй. Үҙәк дауахана составы командаһында саңғы, волейбол ярыштарында ҡатнашып призлы урындар яулай.

Кешеләргә хеҙмәт күрһәтеү  — бөйөк эш, әгәр инде ул кешенең физик ауыртыуын бөтөрһә, уны бер ни менән сағыштырып булмай. Барлыҡ медицина хеҙмәткәренең бөйөк тәғәйенләнеше шунда ла инде. тап бына ошондай тормыш юлы яҙғандыр Рәзилә Яңыбай ҡыҙына. Бөтәһенән дә элек медицина хеҙмәткәре башҡаларҙың хәлен аңлай һәм уртаҡлаша белгән кеше. Был һөнәрҙә осраҡлы кешеләр юҡ, фәҡәт үҙ эшенең фанаттары ғына. Улар өсөн ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш.

 

Ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш
Ярҙам итеү һәм ҡотҡарыу – ул булмыш
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: