Ауыл уттары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауылдарҙа шундай инәйҙәр бар!

Матрай ауылында йәшәгән тыл хеҙмәтсәне – Сәрүәр инәй Насырова 93 йәшен тултырҙы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә ҡул эштәре менән була, тегә. Күҙ яуын алып торған ҡорама юрғандарын балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бүләк итә.

Ауылдарҙа шундай инәйҙәр бар!
Ауылдарҙа шундай инәйҙәр бар!

Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы Баймаҡ районы Ярат ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ. 4-се класҡа тиклем тыуған ауылында белем ала, ә етенсене күрше ауылда тамамлай. Ул йылдарҙы инәй тамаҡҡа иң наҡыҫ йылдар тип иҫләп ҡалған. Сөнки күпселек ғаиләләр ҡатыҡ менән генә көн итә. Һыйыр ағынан алынған ҡаймаҡ-майҙың булғанын хөкүмәткә тапшыралар. Әсәһе шәп, әрһеҙ кеше була, депутат булып та эшләй.

Артабан йәш ҡыҙ Сәрүәр Темәс ауылындағы педучилищеға белем алырға юллана.

- Унда уҡырға ингәндә ҡыҙыҡ хәл булды. Русса һөйләшә белмәйем, ә бында рус теленән диктант яҙырға ҡушылды. Уны мин, әлбиттә, икегә яҙҙым. Шулай итеп, уҡырға инә алмай ҡайтып киттем, – тип һөйләй ул алыҫ йәшлек йылдарын.

Ауылға ҡайтҡас, фермаға иҫәпсе, ябай тел менән әйткәндә – учетчик булып эшкә төшә. Уның көндәлек эше: һауылған һөттө яҙып алып, күрше Ямаш ауылына ташып тапшырыуҙан бәрәбәр була.

- Айыртылған һөттө ҡабат алып ҡайтып, һәр кеше башына икешәр литрҙан өләшә торғайным. Кеше ас булды, юлда осраһалар, һөт эсереп ебәреүҙе һорай торғайнылар. Йәйгеһен һөттө ташыу бигерәк ыҙаға төшә. Сөнки һөт әсеүе бар, бының өсөн мин яуаплы. Бер шулай алты битон һөт ултыртып сығарып ебәрҙеләр, үс иткәндәй, ярҙамсы итеп биргән малайым был көндө эшкә сыҡманы ла ҡуйҙы. Юлда арба тәгәрмәсе төштө лә ҡуйҙы. Хәҙер һөт әсей инде тип ебеп төштөм, нимә эшләргә белмәй торһам, бер ят ағай килә. Ир – ир инде, атты туғарып, һөттө ергә төшөрөп, тәртә менән арбаны күтәреп, тәгәрмәсемде ҡуйып бирҙе. Шулай ҙа михнәттәр була торғайны...

  Сәрүәр инәйҙең хеҙмәт кенәгәһендәге тәүге яҙыу учетчик булһа, икенсеһе – һатыусы. Икенсе эшендә ул ғүмере буйы эшләй. Юҡсылыҡ йылдарында һатыусы эше лә еңелдән булмай. Тауар юҡ, уны барып алыу ҙа мең михнәт менән атҡарыла, өҫтәүенә, магазиндар һыуыҡ, ут яғып ҡына торор кәрәк. Таң атыуға банкалағы һуттар туңып, ярылышып ултырғанын элекке һатыусылар хәҙер ҙә әсенеп иҫләйҙер әле. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы эшен яратып, намыҫ менән башҡара.

Шул йылдарҙа ул күрше ауылдан Ғиниәт исемле егеткә кейәүгә сыға. Был хәлде айырым бәйән итмәй булмай. Кейәүгә сығыу тарихын Сәрүәр инәй үҙе лә көлөп һөйләй. Йәш ҡыҙ Сәрүәр менән дәрте ташып торған йәш егет Ғиниәт эш өҫтөндә бер генә осраша. Ҡыҙға – 18, егеткә 19 йәш була. Егет, бер күреүҙән ғашиҡ була ҡыҙға һәм мотлаҡ уға өйләнәсәген белдерә. Бер-береһенә йылмайыу бүләк итәләр һәм шуның менән таралышалар. Әммә, күп тә үтмәй, ул, агроном, Сәрүәр инәйҙе контораға килергә ҡуша.

- Барып инһәм, председатель менән агроном, йәғни минең буласаҡ ирем – Ғиниәт ултыралар. Председатель миңә, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарға ымлап, ҡул ҡуйырға ҡушты. Бер нәмә уйламай ҡул ҡуйҙым, председатель ағай миңә ҡағыҙҙы тоттороп: “Был нимә икәнен беләһеңме?” – тип һорай. “Юҡ...”, – тием. “Кейәүгә сыҡтың, был никах ҡағыҙы”, – тигәйне, аптырайым, ышанмайым. Баҡтиһәң, Ғиниәтте бер йылға уҡыуға ебәрәләр икән, ә ул мине юғалтмаҫ өсөн, кәләш итеп алған, – тип иҫләп һөйләй Сәрүәр инәй кейәүгә сығыу мажараһын.

Кискә өйгә ҡайтһа, яңылыҡ, әлбиттә, ҡыҙҙың ата-әсәһенә килеп еткән була. Әсәһе туҙына, әрләй. “Геройлығына ҡыҙығып сыҡтыңмы?” – тип бер-нисә ҡат һорай.

- Силсәүиттә булған был хәлде Ғиниәт Насыровтың атаһы ла белеп ҡалған. Ҡайным: “Былай булмай, никах уҡытайыҡ балаларға”, – тип әйткәндәр. Буласаҡ ҡайнымдар ныҡ насар йәшәй ине, бер нәмәләре юҡ. Шуға әсәйем, хәлде аңлап, өҫтәлгә бөтәһен үҙе йүнләне. Мулла алып, тағы ла өс кеше саҡырып, беҙгә никах уҡыттылар. Батмусҡа элек йә аҡса, йә кейем һалалар ине. Быларҙың йәнә һалырға бер нәмәләре лә юҡ, шуға ҡайным боронғо талир тәнкә һалды. Әсәйем аҙаҡ: “Бер тәнкәгә һатылдың… – тип тә әйтте.

Был хәлгә бер аҙна үтеүгә Ғиниәт уҡыуға китте. Мин, йәш ҡатын, ултырып ҡалдым. “Геройлығына ҡыҙыҡҡан инде!” тип әйтеүселәр ҙә күп булды. Яңы ун туғыҙы тулған егет ысынлап та герой булып өлгөргән ине шул. Ҡыҙыҡмаҫлыҡмы?!

Ысынлап та, үҙенең йәш булыуына ҡарамаҫтан, Ғиниәт Насыров был ваҡытҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алып өлгөргән була. 19 ғына йәшлек егет ул ваҡытта Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхозда агроном булып эшләй. Хеҙмәт юлын башлағанының тәүге йылында уҡ йәш агроном үҙенә беркетелгән баҫыу участкаларынан яҡшы уңыш йыйып алыуға өлгәшә. Шулай тырыша торғас, 1943 йылда Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы уңыш йыйыуҙа рекорд ҡуя һәм был хеҙмәте юғары баһалана.  1948 йылда Насыровҡа – Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Шулай йәшәп китә йәштәр. Дөрөҫөрәге йәш ғаилә башлығын уҡырға ебәрәләр, ә йәш ҡатын өй көтөп ҡала.

- Йәш саҡтан тегеү менән булам. Элек бит бүләккә күлдәклек дауар бирҙеләр. Шуларҙан күлдәк тегеп кейә торғайным. Күршеүтирәгә лә күп тектем. Кейем булмаған заман бит, ни ҡылмаҡ кәрәк...

- Ирем уҡыуҙан ҡайтҡас та, йәшәүебеҙҙең икенсе йылына ла бәпәйебеҙ булманы. Өсөнсө йыл тигәндә, Рәйсә ҡыҙымды таптым. Бергә сөкөрләшеп оҙаҡ йәшәп булманы, тағы уҡыуға ебәрҙеләр. Был юлы Стәрлетамаҡҡа өс йылға юлланды Ғиниәтем. Бер яҡтан айырылышыу һағышы йәнде үртәһә, икенсе яҡтан иремде хужалар уҡытырға теләүе, уға ҙур өмөттәр бағлауы ҡыуандыра ине, – тип иҫкә ала ул йылдарҙы Сәрүәр инәй.

Ире ҡайтып-китеп йөрөй. Ҡыҫҡа ғына ялдарҙа бергә булыуға ҡыуанып та өлгөрмәйҙәр, студентҡа тағы уҡыуына юлланыр ваҡыт етә лә ҡуя. Шулай йылдар үтә. Сәрүәр инәй тағы балаға уҙа. Әммә һауһаҡ ҡына булып тыуған улдары ҡыҙылсанан мәрхүм булып ҡала...

Йәш Сәрүәрҙе әсәһе яңғыҙлатмай, һәр саҡ янында була, ярҙам итә, балаһын үҫтерешә. Ғиниәт ағай уҡып ҡайтҡанда ҡыҙы Рәйсәгә инде өс йәш тулған була. Шул йылдарҙа Сәрүәр инәй һатыусы булып эшләй. 1955 йылда малайҙары тыуа.

– Ҡайтҡас, Ғиниәт агроном булып эш башланы, донъябыҙ теүәлләнеп, түңәрәкләнеп ҡалғандай булды. Ихласлап эшләгәс, игене емерелеп уңа ине. Хата кукуруз сәскәйне, уның араһында һыбай йөрөһә, башы ла күренмәй торғайны, – тип һөйләй инәй.

Хрущев ауылдарҙы ҙурайта башлағас, Ямаш менән Ярат ауылдарын бергә ҡушалар. Ямаштың агрономын ҡалдыралар, ә йәш агроном Ғиниәт Насыров эшһеҙ тороп ҡала. 1960 йылдың көҙөндә йәштәр, бер нимәгә ҡарамай, Яманһаҙ ауылына күсеп килә. Ғиниәт ағай “Башҡорт” совхозына агроном булып эшкә төшә, Матрайға йөрөп эшләй, ә Сәрүәр инәй Яманһаҙҙа яңы асылған икмәк магазинына һатыусы булып сыға.

Матрайға күсеп киләләр. Был ваҡытҡа йәш Насыровтарҙың өс малайы һәм бер ҡыҙы була.

– Бәләкәй малайыбыҙ Айҙар яңы атлап киткәйне, Илдар менән Илшат йүгереп йөрөй. Матрайға килеп Ғиниәт агроном эшен башлай. Гөрләп торған "Башҡорт" совхозында ең һыҙғанып эш башлай. Күп кенә ауылдарҙы, мәҫәлән, Һабыр, Ҡыпсаҡ һәм әллә күпме башҡаһын берләштерәләр. Шул ауылдарҙың агрономы була ул. Аҙаҡ баш агроном да эшен йөкмәтәләр, – тип һағынып иҫләй ул йылдарҙы инәй.

Сәрүәр инәй ауылға күскәс, һатыусы эшен дауам итә. Шуны ла әйтергә кәрәк, Ярат ауылында ул 12 йыл һатыусы булып эшләп өлгөрә. Шуға бында уны завсклад итеп тә ҡуялар. Йәштәргә Матрайҙа өй бирәләр.

– Магазиндарҙа элек нишләптер мейес булманы бит. Һыуыҡта өшөп тора торғайныҡ. Һатыусы булып эшләмәгәндәр генә быны еңел хеҙмәт тип уйлай. Һыуыҡтан йыш ауырып китәбеҙ. Бер шулай Ярат ауылында эшләгәндә электр сымынан магазинға ут тоҡанғанын хәҙер ҙә ҡотом осоп иҫләйем. “Магазиның яна!” тип ҡысҡыралар, ә унда шырпы күп ине. Иң ҡурҡҡаным шул булды. Алай ҙа ғына клубтан ҡайтып килгән йәштәр күреп, һүндереп өлгөргән. Ревизия булды, алайҙа ғына елкәмә сыҡманы, – ти ул.

Шулай сөкөрләшеп йәшәп ятҡанда, тормош иптәше Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы мәрхүм булып ҡала. Сәрүәр инәйҙе был ҡара ҡайғынан балаларының иғтибарлы булыуы ҡотҡара.

Күп ауырлыҡтар аша үтһә лә хәҙер Сәрүәр инәй бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Эргәһендә ҡыҙы Рәйсә, улы Илшат бар. Әйткәндәй, Илшат улы менән инәй бергә тора. Улы менән килене әсәһен ҡәҙер-хөрмәт итә, кәңәшләшеп йәшәй. Инәй китап, гәзит-журнал уҡып ултыра. Донъя хәбәрҙәрен белә, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере бар уның. Яҡты көндө матур теләктәр, донъя менлеге өсөн доғаларҙан башлай Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы.

Сәрүәр инәйҙе һәм уның яҡындарын Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: