Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн шәфҡәт туташтары көнө.

Шәфҡәт туташы – изге һөнәрҙәрҙең береһе.

Бөгөн шәфҡәт туташтары көнө.
Бөгөн шәфҡәт туташтары көнө.

Шәфҡәт туташы… Исеменән үк күренеп тороуынса, был һөнәр эйәләренең эше иң тәү сиратта шәфҡәтлелеккә ҡоролған. Күңелеңдә мәрхәмәтлелеккә, миһырбанлыҡҡа, изгелеккә урын булмаһа, был өлкәлә эшләүе бик ауыр икәнлеге көн кеүек асыҡ. Мәҡәләбеҙ геройы – Йылайыр үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы шәфҡәт туташы Венера Искәндәрова тураһында. Уның һымаҡ көндәлек эше балалар менән бәйле булғандарҙың иңендә яуаплылыҡ  күпкә артығыраҡ.

Венера Шәмғүн ҡыҙы  дауаханала  егерме йылдан ашыу эшләй. Күптән үҙ кеше ул бында, эшенә яуаплы ҡараған белгес. 1996 йылда Сибай    медицина училищеһын тамамлағас, район дауаханаһында терапия бүлегендә эшләп, тәжрибә туплай. Һуңынан йоғошло сирҙәр бүлегендә, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә эшләргә тура килә. 2017 йылдан участка педиатры шәфҡәт туташы булып эшләй. 

Венера Шәмғүн ҡыҙы дауахананың ҡайһы ғына бүлегендә эшләмәһен хеҙмәттәштәре, пациенттары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала.  Үҙ эшен яуаплы башҡарған Венера Йылайыр үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамоталары, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.  

Балалар шәфҡәт туташының эше нимәнән ғибәрәт һуң? Был эште бер һүҙ менән әйткәндә, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрөп булмай  торған, тип нарыҡларға булыр ине. Беренсенән, ул табиптың уң ҡулы, алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, ҡан баҫымын, ауырлыҡты, буйҙы үлсәү ҙә, ҡағыҙ тултырыу ҙа уның өҫтөндә. Участка шәфҡәт туташы булараҡ, өйҙәргә йөрөп, бер йәшкәсә балаларҙы, айырыуса, имен булмаған ғаиләләрҙе патронат күҙәтеүе аҫтына ала. Шундай уҡ ғаиләләрҙән булған йөклө ҡатындарҙы ла, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе лә  күҙ уңынан ысҡындырмай.

Үҙен изге һөнәрҙә тапҡан, башҡаларға файҙалы булып йәшәүҙе бәхет күргән гүзәл райондашыбыҙ Венера Искәндәрова ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы, шәфҡәтле шәфҡәт туташы.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: