Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алма менән баландан джем

Баланды йыуып, таҙартып иҙәбеҙ. Һөйәгенән таҙартырға дуршлаг аша үткәреп алабыҙ.

Алманы әрсеп, эсен таҙартып,ваҡ итеп турап 2 аш ҡалағы һыу һалып 20 минутҡа бешерергә ҡуйырға.
- 20 минуттан һуң ️бешкән алмаға шәкәр ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатып тағы 20 минут ҡайнатабыҙ.
- Ҡуйырған алмаға алдан әҙерләнгән балан массаһын өҫтәп минут ҡайнатып алабыҙ.
- Стерилләнгән банкаларға эҫе джемы тултырып ҡапҡастарын ябабыҙ.
- Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тәмләп сәй эсергә витаминлы джем әҙер.

Бер банкаға:
- 500 гр алма
- 250 гр балан
- 2-3 аш ҡалағы һыу
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ:https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_52519

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: