Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Офицер ҡатыны Әлфирә

Үтә лә яуаплы, ярҙамсыл һәм фиҙакәр. Бүтәндәргә лә үҙенә лә талапсан Әлфирә Рәжәп ҡыҙы һәр саҡ алғы рәттә.

Офицер ҡатыны Әлфирә
Офицер ҡатыны Әлфирә

Ул эштә лә, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла. Ковид ваҡытынан башлап ирекмәндәр сафында. Махсус хәрби операция башланғас та хәләле Ғәлим менән беренселәрҙән булып яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙыусылар.  

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ !" тигән девиз Әбүбәкеровтар ғаиләһендә буш һүҙ түгел. Әле булһа Әлфирә Рәжәп ҡыҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итеү өҫтөндә. Әлфирә –подполковник Ғәлимдең ныҡлы тылы. Уның хәләле әле "Башҡортостан " башҡорт полкы составында  Луганскиҙа хеҙмәт итә.

Үҙ иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы Әлфирә, офицер ҡатыны булараҡ, сабыр һәм лайыҡлы күтәрә.

Фото ғаилә архивынан

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: