Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй

Әсәй... Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ!

Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй

Әсәйҙәр көнөндә һүҙебеҙ тик әсәйҙәр тураһында булыр. Йылайыр ауылында йәшәүсе Әлфиә Аҙнабаева өс бала әсәһе. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ, сигергә, тегергә, бәйләргә, һүрәт төшөрөргә, баҡса үҫтерергә, уңыштан ҡайнатма, салаттар әҙерләргә ярата, кәрәк икән ҡулына төрлө төҙөлөш инструметтары алып ҡулай ғына әйберҙәр эшләп тә ҡуя.  Оҫтабикә кескәйҙәр өсөн яңы йыл, сәхнә костюмдары ла тегә. Улар һатыуҙыҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Барыһы ла ҡулынан килә уның.

Тәжрибәле педагог  Әлфиә Тәлғәт ҡыҙы бөгөнгө көндә “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында робототехника буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы. Ул үҙ эшен  яратып, намыҫ менән башҡара. Бәләкәстәр Әлфиә Тәлғәт ҡыҙына ылығып ҡына торалар, сөнки ул үҙ эшенең оҫтаһы – һәр бер баланың күңелен аңлай,  һәләтен тоя белә, уларға ҡарата яғымлы ла,  наҙлы ла,  шул уҡ ваҡытта талапсан да.  Уның таҙа, яҡты, төрлө-төрлө конструкторҙар, планшеттар менән теҙелгән бүлмәһенә инеүе лә күңелле, шуғалыр ҙа кескәйҙәр уның дәрестәренә атлығып тора. Ул һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы робот-уйынсыҡ уйлап табыуға йүнәлеш бирә. Балалар эшләгән эштәренең һөҙөмтәһен шунда уҡ күрә, улар яһаған робот-конструкторҙар планшет ярҙамында атлап, һикереп, йөрөп китә. Бәләкәстәрҙең ҡыуаныстарының сиге юҡ. Уларҙың уңыштарын күргән педагогтың да күҙҙәренән осҡон сәсрәй, балалар өсөн тағы ла ҡыҙыҡлы нәмәләр уйлап сығарыу өҫтөндә эшләй.

Балаларҙың дәрестәргә ҡыҙыҡһыныуы, унда үҙләштергән белемдәре киләсәктә улар һайлаясаҡ һөнәргә нигеҙ булыр.  Сөнки, Әлфиә Аҙнабаеваның тәрбиәләнеүселәре юғары наградаларға лайыҡ. Улар төбәк-ара, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, бер нисә йыл рәттән, лидерҙар рәтендә килә. Ул эшендә яңы технологиялар ҡулланып заман менән бергә атлай. Хеҙмәт емешен бик күп наградалар, дипломдар дәлилләй. 

Уңғандың ҡулы унау, тигән һүҙҙәр ҙә тап минең геройым хаҡында әйтелгән кеүек. Ул - йортонда өлгөр, егәрле хужабикә. Тормош иптәше Йәмил менән яңы йорт бөтөрөп, гөрләтеп донъя көтәләр. Быйыл уларҙың йорто Йылайырҙың “Өлгөлө йорт” конкурсы призеры итеп билдәләнде. Йорт тирәһен күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтерһәләр, баҡсаларынан мул уңыш алалар, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Районыбыҙҙың татыу һәм үрнәк ғаиләһе Аҙнабаевтар. Әлфиә менән Йәмил ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр, улар мәктәптең алдынғы уҡыусылары. Төрлө конкурстарҙа, мәктәп тормошонда, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашалар.

Әлфиә Тәлғәт ҡыҙы балаларына өлгө лә, дуҫ та, ярҙамсы ла. Ата-әсәй янында һәр баланың донъяһы түңәрәк. Һәр ғаиләлә “әсәй”, “атай” һүҙҙәре оҙағыраҡ яңғыраһын.

Быйыл Рәсәйҙә Әсә көнө 26 ноябргә тура килә, был көндө һәм уның алдынан балалар традицион рәүештә әсәйҙәрен ҡотлай, рәхмәт әйтә һәм фиҙаҡәр әсә хеҙмәтен хөрмәт итә.

Беҙҙең әсәләр — фәрештәләргә тиң!

 

Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Донъялағы иң татлы һүҙ әсәй
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: