Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

95 йәшлек инәй ҙә еңеүгә үҙ өлөшөн индерә!

Мөбинә инәй Яхина ҡулындағы өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй.

95 йәшлек инәй ҙә еңеүгә үҙ өлөшөн индерә!
95 йәшлек инәй ҙә еңеүгә үҙ өлөшөн индерә!

Мөбинә инәй Баймаҡ ҡалаһында Венера ҡыҙында йәшәй. “Беҙ бергә!” акцияһы иғлан ителгәс тә ҡыҙы Венера Әминева әхирәттәре менән йыйылып, йылы ойоҡ, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләй башлайҙар. Бирсәткәләр эсенә доғалыҡтар, бетеүҙәр эшләп һалалар. Махсус хәрби операция башланғас та “Ғаилә” үҙәгенә бетеүҙәр эшләп тапшырғандар.

- Колхозда һарыҡ көткән ваҡытта һиҙҙермәй генә йөндәрен йолҡоп, оҙон ҡуңыслы йылы ойоҡтар бәйләп ала торғайныҡ, - ти Мөбинә инәй. - Шул ваҡыттарҙа уҡ мине әсәйем бәйләмгә өйрәткән ине.

Сығанаҡ:https://hakmar.ru/articles/m-rkh-m-tlek/2023-12-13/95-y-shlek-in-y-birs-tk-b-yl-y-3563796

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: