Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты

Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә урынлашҡан “Тәнкәбикә” халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашыусылары, етәкселәре Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашева менән һарыҡ йөнөнән түбәтәй әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты

Ағинәйҙәрҙең клубы урынлашҡан бүлмә, айырыуса бөхтәлек менән, ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре эшләгән әйберҙәр менән биҙәлгән. Бында милли кейемдәр, биҙәүестәр, таҫтар, йорт-ҡаралты әйберҙәре эленгән. Баш кейемдәре кашмау өлгөләре бик күп. Ырғаҡ һәм энә менән бәйләнгән әйберҙәр, сигеүҙәр, туҡыманан, ҡорамыштан тегелгән, йөндән әүәләп эшләнгән әйберҙәр урын алған. Был нәфис әйберҙәргә “Тәңкәбикә”гә йөрөүселәрҙең һәр береһенең күҙ нурҙары ҡушылған.

Оҫталыҡ дәресен һеҙҙә видеояҙманан ҡарай алаһығыҙ.

Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Йылайыр ағинәйҙәре оҫталыҡтары менән уртаҡлашты
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: