Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан

Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, татыу йәшәгән һоҡланғыс парҙар бихисап беҙҙә. Йылайыр ауылында йәшәүсе Алик һәм Әлиә Вәлеевтар тап шундайҙарҙан.

Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан

Уларҙың юлдары бала саҡтан бер һуҡмаҡтан бара. Әлиә менән Алик бер мәктәптә белем ала һәм үҫмер саҡтан дуҫлашып йөрөйҙәр, киләсәккә матур пландар ҡоралар.  Алик әрме хеҙмәтенән ҡайтып, Йылайыр эске эштәр бүлегендә эш башлай. Әлиә Сибай институтының 4-се курсын тамамлағас улар сәстәрен сәскә бәйләй.

Йәшләй генә яралған хистәренә бер-береңде аңлау, хөрмәт итеүҙе ҡушып, гөрләтеп донъя көтөп алып китә улар.  Вәлеевтарҙың бәхетен арттырып,  нәҫелен дауам итеп улдары Азамат, тағы ла өс йылдан Самат донъяға килә.

 Ғаиләһенең төп терәге булған өлкән лейтенант Вәлеев 20 йылдан ашыу Йылайыр эске эштәр бүлегендә инспектор-кинолог булып эшләй. Хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған тәжрибәле белгес ситтән тороп юрист һөнәрен дә үҙләштерергә өлгөрә, яҡындарын да бер генә минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай.  Эштән буш ваҡытын тотошлай ғаиләһенә бағышлай. Халыҡта атайлы бала – арҡалы, тип әйтәләр бит. Алик та улдары өсөн өлгөлө, иғтибарлы атай. Азаматтың һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, уны ла, Саматты ла бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып тәрбиәләй. Йорт-ҡура тирәһендәге эш серҙәренә өйрәтә. Алик Хәкимйән улы ағас эше менән дә мауыға. Өй алды баҡсаһына ел тирмәне, ҡоҙоҡ һәм башҡа әйберҙәр, балаларға ихатала бәүелсәк эшләп ҡуйған. “Ете егет” проектында ҡатнашыусы егеттәргә ел тирмәне эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә бирә ул. Ә иң мөһиме, хәләл ефете Әлиәһе өсөн өҙөлөп торған тормош иптәше ул, улдарында ла әсәйҙәренә ҡарата ихтирам һәм рәхмәт тойғоларын тәрбиәләй. 

 Ғаиләлә, әлбиттә,  әсәйҙең дә роле ҙур. Әсәй – ул һәр кем өсөн ҡәҙерле, изге зат. Тормошобоҙға йәм биреүсе иң шәфҡәтле, иң мәрхәмәтле ғәзиз кеше. Әсә балаһына тормош бүләк итә, күкрәк һөтө менән туйындыра, һулышы менән йылыта, наҙы менән иркәләй, ғүмере буйы  ғәзиз балаһы өсөн борсола. Әлиә Шәһит ҡыҙының да – әсә тигән даны бар. Сибай институтын тамамлаған йәш белгес декрет ялына тиклем Йылайыр мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Әлеге көндә улдары Азаматҡа өйҙә белем алырға ярҙамлаша.  Өлгөр хужабикә буш ваҡытында ла тик ултырмай. Уның  заказға бешергән тәмле пирогтары,  ауыҙҙа иреп торған сәк-сәге аят, никах туйы табындарын биҙәй.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Вәлеевтар әле үк улдарының ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. Азамат йырларға, китап уҡырға әүәҫ. Ғөмүмән, музыка менән мауыға. Самат уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә. Мәктәптә гел бишлегә өлгәшә, музыка мәктәбенең баян түңәрәгенә йөрөй. Спорттың волейбол, футбол кеүек төрҙәрен өҫтөн күрә. Шулай ҙа, иң яратҡаны өҫтәл теннисы икән, бик күп ярыштарҙа призлы урындар яулап яҡындарын ҡыуандырып тора.

 Ғаилә менән дә спорт һәм сәләмәт тормош яҡлы улар.  Вәлеевтар –“Яңы йыл ғаилә уйындары – 2023” спорт ярышының район этабы еңеүселәре. Республика күләмендә лә һынатмай, 70 команда араһында лайыҡлы 3-сө урынды яулап ҡайттылар.

Балаларҙа сәләмәт тормош рәүешенә һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләү бик хуп. Бының менән бер рәттән быуындар бәйләнешен, туғанлыҡ төшөнсәһен аңлатыу һа Вәлеевтар өсөн бик етди. Туғандар менән матур-матур осрашыуҙар, Шәжәрә байрамдары ла ойоштороп тора улар. Был да тәрбиәүи йәһәттән бик яҡшы. Балалар бер береһен белеп үҫә, туғанлыҡ ептәре нығына, тип иҫәпләй Вәлеевтар.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр ҙә була: шатлыҡ-ҡайғылары, сетерекле мәсьәләләр ҙә. Ғаиләне тарҡатмай тотҡан берҙәмлек, бер-береңде аңлай белеү кеүек күркәм сифаттарға эйә минең геройҙарым. Бар яҡтан да килгән, бер-береһенә пар һәм йәр булған Алик һәм Әлиә Вәлеевтарҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларға киләсәктә ғаилә ныҡлығы, балалар ҡыуанысы теләп ҡалабыҙ.

 

Фотолар ғаилә архивынан.

 

Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Мәктәп йылдарынан алып, бер һуҡмаҡтан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: