Өлкәндәрҙе, йәштәрҙе уҡыусы балаларҙы ғөмүмән, ижад һөйөүселәрҙе берләштерә был кисә. Бай йөкмәткеле саранан барыһына ла илһам алды. Марина Владимировна сығышы барышында үҙе, ижади юлы, киләсәккә пландары хаҡында һөйләне. Ул ауылда барыһына ла таныш булһа ла, уның тураһында ҡыҙыҡлы нәмәләр хаҡында белде. Марина Владимировнаның дүрт йөҙҙән ашыу шиғыры бар. Шағирә үҙенең шиғри әҫәрҙәрен дүрт блокта тәҡдим итте: Тыуған ил, һуғыш, мөхәббәт, тормош тураһында шиғырҙар яңғыраны. Күңел йылыһы, башҡарыу манераһы тамашасы күңелен яуланы. Авторҙы тәрән мәғәнәле, илһамлы шиғырҙары өсөн улар алҡыштар менән рәхмәт белдерҙе. Йылайыр мәҙәниәт үҙәге артистары Һәм Бәрҙәш ауылының үҙешмәкәр артистары сығыштары менән кисәне биҙәне. Марина Владимировнаға илһам, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ һәм яңы осрашыуҙар көтәбеҙ.