Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл йәме булып йәшәй

Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлап, матур тормош юлы үткән,   бөгөн дә үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән яҡындарына кәрәк һәм терәк булып йәшәүсе Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы Фәйзуллина тураһында булыр бөгөнгө мәҡәләбеҙ.  Ауыл йәме булып йәшәгән бәхетле инәйҙең тормош юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ.  

Ауыл йәме булып йәшәй
Ауыл йәме булып йәшәй

Бала саҡ – иң бәхетле, иң ғәмһеҙ, иң ҡайғыһыҙ ваҡыт тибеҙ. Әммә оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың күптәре ғүмер юлдарының был осорон ауыр тойғолар менән хәтергә ала, сөнки уларҙың бала һәм үҫмер саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлаған.

Миңлегөл инәйҙең дә бала сағы еңелдән булмай. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында, күп балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килә ул. Һуғыш башланғанда уға ни бары алты ғына йәш була.  Өлгөр әсәһе колхозда ла, бәйләү артелендә лә йөрөй, атаһы күрше ауылда хеҙмәт лагерында эшләй. “Ул йыш ҡайта алманы. Шулай ҙа, бер мәл хәтеремдә айырыуса уйылып ҡалған: атайымдың эштән ҡайтып килгәнен күргәс, асыҡ торған тәҙрәнән ынтылып уға эй ҡысҡырам. Ул эре-эре аҙымдар менән килеп мине күтәреп алды, тупылдатып һөйөп, сикәләремдән алмаш-тилмәш үпте”, – тип балалыҡ хәтирәләре менән бүлешә Миңлегөл инәй. Һуңғы осрашыуҙары ошо булған икән уларҙың, эшкә тип киткән атаһы менән уға ҡабаттан күрешергә яҙмай...

 Тол ҡалған әсәһенә донъя йөгөн бер үҙенә тартырға тура килә. Колхоз эшенән һуң һуғыштағыларға йылы әйберҙәр бәйләй. Миңлегөл инәй ҙә ете йәшендә әсәһенән ҡул эшенә өйрәнеп ала һәм бәйләү артелендә ҡатындарға бейәләй, ойоҡ бәйләргә ярҙамлаша. Ул осорҙоң ауырлыҡтары берәүҙе лә урап үтмәй. Шулай ҙа, улар аслыҡтың нимә икәнен белмәй. Сөнки хәстәрлекле әсәй баҡса ла үҫтерә, мал-тыуар ҙа аҫрай. Балаларын белемле итеүгә лә күп көсөн һала хәстәрлекле әсәйҙәре. Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы беренсе кластан дүртенсегә тиклем ауыл мәктәбендә, һуңынан 1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Һигеҙенсенән һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын башлай.

Буласаҡ тормош иптәше менән беренсе кластан бергә уҡыйҙар улар. Рәзин менән 1955 йылда сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Матрай ауылында төпләнеп йәшәйҙәр, дәртләнеп эшләйҙәр. Миңлегөл инәй оҙаҡ йылдар совхоз ашханаһында, артабан магазинда эшләп хаҡлы ялға сыға. Уның намыҫлы хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Рәзин олатай менән ҡырҡ бер йыл бергә ғүмер итәләр. Үкенескә күрә, 1996 йылда ғаилә башлығы яҡындарын ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсә.

Фәйзуллиндар ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡәҙерлеләренең  һәр ҡайһыһы күңеле тартҡан һөнәргә эйә булып, матур донъя көтә. Аталарының вафатынан һуң яңғыҙ ҡалған әсәләре янына йыш ҡына ҡайтып, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр: емеш-еләк, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт тоталар. Ул үҙенең уңғанлығы менән балаларына үрнәк.  Миңлегөл инәй 8 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәренә һөйөнөп йәшәй. Ялдарҙа уның йәмле ихатаһынан балаларҙың шат  тауыштары тынмай.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Миңлегөл инәй әле лә теремек, һис кенә лә тик ултырмай, үҙенең тормошто яратыуы, бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе менән һоҡландыра. Йәш сағынан эшкә тилбер инәй бөгөн дә тик ултырмай, ул бәйләгән сағыу ултырғыс япмалары, шау сәскәгә күмелгән бүлмә гөлдәре уның былай ҙа яҡты, нурлы йортона айырым бер йәм өҫтәй генә.  Беҙ барған көндө лә инәй күңелле генә итеп ҡамыр баҫа ине.

 Артабан да ҡартлыҡҡа бирешмәй, ауылдың йәме булып ғүмер кисерергә яҙһын уға.

Лена ВӘЛИУЛЛИНА.

 

Ауыл йәме булып йәшәй
Ауыл йәме булып йәшәй
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: