Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңеленән ҡоштар осора

Люциә Вәлиәхмәт ҡыҙы Һеләүһенова (Хәкимова) Йомағужа (Ҡыпсаҡ) ауылы ҡыҙы.

Гәзит уҡыусыларға бер тыуған һеңлем Люциәнең шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәм.

Һеңлем моңло,матур тауышы менән күптәрҙе һоҡландырһа,хәҙер ул күңеленән ҡоштар осороп,илһамланып шиғырҙар ижад итә.

Шиғырҙарында тыуған ергә,әсәйгә һөйөү ,тәбиғәттең матурлығына һоҡланыу.

Ноябрь айында Республика күләмендә,,Башҡортостан ҡыҙы " журналы иғлан иткән ,,Әсә йөрәге" конкурсында лайыҡлы 3 - сө урын яулауы, уның шиғриәтенең өлгөрөп етеүен иҫбатлай

Рәхим итеп уҡығыҙ!

Зөлфиә Ғүмәрова.

 

Тып-тып тама тамсылары-
Яҙҙың әсе ҡамсылары,
Ҡарҙар иреп илап аға,
Зәмсел тамсы боҙҙар яра.

Сылтырап аҡҡан ҡар һыуҙары-
Йөрәгемдең ярһыуҙары.
Яҙҙы тойоп ,ағастарҙың
Һутҡа тула тамырҙары.

Күңелдәргә үрелде яҙ-
Күктә ,гүйә,уйнайҙыр саз.
Умырзаям күҙен асты
Наҙын тойоп салт ҡояштың.

Ҡаңғылдашып ҡайта ҡоштар-
Танһыҡ ҡына был тауыштар.
Һағындырған һеҙҙе, дуҫтар!
Талсыҡтырған һалҡын ҡыштар.

 

Аҡ ҡырауҙар
Аҡ ҡырауҙар мәле етте-
Ҡылғандарға сал ҡунған.
Аҡ ҡылғандар -мәрйен тиҫбе
Аҡ уйҙарға сорналған...
Ҡайындар ҙа башын эйеп
Көмөш нурға ҡойонған.
Аҡ уйҙарҙан күңелемдә
Изге өмөт яралған:
Аҡ ҡырауҙар сафлыҡ булып
Яғылһындар ғаләмгә,
Ап-аҡ бәхет нуры булып
Керһен һәр кем күңеленә!

 

Кейек ҡаҙҙар
Кейек ҡаҙҙар оса йылы яҡҡа
Тыуған ояларын ҡалдырып...
Ҡараштарым төбәп шул тарафҡа
Оҙаҡ торҙом,күҙем талдырып.
Күктә -ҡаҙҙар, күңелдәрҙә-һағыш...
Аҫыл ҡошҡайҙары еремдең!
Һеҙҙе лә бит йөрөтәлер яҙмыш?
Күрәсәге була һәр кемдең...
Бәғерҙәрҙе өҙгөс тауыштары,
Ҡолаҡтарҙа сыңлай сың-ауаз.
Мин көтөрмен һеҙҙе,ҡошҡайҙарым,
Ҡайтығыҙ тағы ла яҙ булғас!

Тыуған яғым -аҡ ҡайындар иле.
Йәйрәп ята сикһеҙ ҡырҙарың.
Күпме йырсы, шағир,сәсәндәре
Һине данлап йырлай йырҙарын.
Йәмле йәйҙә гөл-сәскәгә күмелеп
Илаһи бер моңға сорнайһың...
Һәр балаңдың нескә күңелкәйен
Сихри наҙың менән арбайһың...
Тыуған ерем-йәнтөйәгем минең,
Һыуың һыулап,һауаң һулайым,
Һаҡмарҡайым,тереһыуың һинең
Ҡоромаһын,аҡһын тулайым!
Һағынамын һеҙҙе,тыуған ҡырҙар,
Йырлап үткән аҡлан,болондар.
Ел көйөнә йәшлек йырын йырлай
Сер һаҡлаған бөҙрә ҡайындар.
Тыуған яғым ҡырҙарында ҡалды
Ҡабатланмаҫ ғүмер йылдарым...
Күктә йондоҙ балҡып аҡ юл һалды-
Аҡ бәхеткә уны юраным...
Тыуған төйәк менән бәйләнгәнбеҙ,
Мәңгелеккә унда уйҙарым...

 

Көҙҙәр һағышлы ,тип моңһоуланма.
Һәр миҙгелдең була үҙ наҙы.
Күк-көмбәҙҙән гүйә алтын яуа-
Насип булһын ғына һауабы.
Көҙ түгелме һоҡландырғыс рәссам?
Биҙәктәрҙән күҙҙәр ҡамаша!
Әкиәткә сумғанмы ни ғаләм,
Хайран итә хозур тамаша!
Ҡунаҡсыл көҙ мул табынын йәйеп
Алтын келәмдәрен түшәгән.
Аҡ ҡайындар һары күлмәк кейеп
Урын алған урман түренән.
Ҡайындарҙың тәлгәш -толомдарын
Алтын тараҡ менән көҙ тарай.
Һыҙылып та атҡан ал таңдарын
Һағындырыр инде бер талай.
Көҙгө елдәр әсе була ,тимә.
Әсе була кеше яҙмышы.
Моңһоуланып, берүк ,йәшең түкмә.
Бороп булмай тормош ағышын.
Көҙгө елдәр әсе булмай ул,юҡ.
Әсе була тик күҙ йәштәре...
Тәбиғәттең насар миҙгеле юҡ-
Барының үҙ наҙы,үҙ йәме.

 

Кеше ғүмере
Кеше булып тыуғас был донъяға,
Йәшәгеләр килә кешесә.
Ауырыуҙар,һыҙланыуҙар,ғазап
Теләмәҫ инем мин һис кемгә.
Кеше ғүм(е)ре оҡшаш болондарҙа
Күкрәп үҫкән сәскә-гөлдәргә.
Мәле етһә шиңәләр улар ҙа,
Әйләнәләр күмер-көлдәргә.
Кеше ғүм(е)ре оҡшаш ағын һыуға-
Көслө,ғәйрәтле ул яҙҙарҙа.
Диңгеҙ ҙә бит дауылдан һуң тына...
Ярһыу сағым,ҡалдың ҡайҙарҙа?
Йондоҙ сатҡыһына тиңләр инем
Кеше ғүмеренең балҡышын-
Йондоҙҙар ҙа атыла ла һүнә,
Йәшәйештең шулай асылы...
Ғүмеркәйҙәр елдәр кеүек йылғыр,
Һиҙҙермәйсә үтеп китәләр.
Уны туҡтатырға сара юҡтыр,
Булмаҫ юлын быуыр кәртәләр!
Ғүмер арғымағым - тай-тулағым,-
Гүйә ҡырҙа уйнай ҡолонсаҡ.
Елдәй елеп үткән бала сағым-
Үткәндәрҙә ҡалған уйынсаҡ.
Күкрәп, янып йәшәгән шул сағым
Тик хәтерҙә генә ҡаласаҡ...

 

 

Күңеленән ҡоштар осора
Күңеленән ҡоштар осора
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: