Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

14 йәшлек уҡыусы үҙе сәскә үҫтереп аҡса эшләгән!

14 йәшлек Даня Крушницкий яңы приставкаға аҡса эшләргә ҡарар итә. Ата-әсәһе уны һатып алыуҙан баш тарта һәм улына ҡиммәтле гаджетҡа үҙенә аҡса эшләргә кәңәш итә.

14 йәшлек уҡыусы үҙе сәскә үҫтереп аҡса эшләгән!
14 йәшлек уҡыусы үҙе сәскә үҫтереп аҡса эшләгән!

Һигеҙенсе класс уҡыусыһы атаһының гаражында 40 квадрат майҙанлы теплица эшләй һәм тюльпан һуғандарын һатып алып сәсә. Әммә уларҙы тупраҡҡа түгел, ә гидропоникаға ултырта. Сәскәләр тамыр йәйһен һәм үҫһен өсөн, уҡыусы уларға бөтә буш ваҡытын бағышлай. Малай иртән мәктәпкә тиклем, дәрестәрҙән һуң үҫемлектәрҙе ҡарай һәм һәр кис йоҡлар алдынан барыһы ла яҡшымы-юҡмы икәнен тикшереп тора. 35 000 тюльпан үҫтерә һәм бөтә букеттарҙы һата. Уҡыусы, һуған, теплица һәм электр энергияһына сығымдарҙы иҫәпкә алмағанда, 2 миллион һум аҡса эшләгән.

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-187046624_161846

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: