Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үгеҙ менеп йөрөгән малай кем?

Белгегеҙ киләме? Улайһа уҡығыҙ!

Интернетта үгеҙ менеп мал һуғарған малайҙың видеояҙмаһы таралғайны. Беҙ уның кем икәнен белдек.

Ватсаптан ҡыш көнө тыныс ҡына үгеҙ өҫтөндә йылғаға мәкегә китеп барған малайҙың видеолары таралды. Алдан һыйыр бара, артынан - һыбайлы... Уның кем икәнен белге килде. 

Белгәс, ғәжәпләндем, сөнки был үҫмер күптәргә таныш. Әбйәлил районының Рысҡужа (халыҡ телендә Субан, Япония) ауылынан Илдар Мәһәҙиев булып сыҡты ул.

👏🏻Зөһрә Мәһәҙиева улы Айнурҙың өс балаһын үҫтерешә. Линар һәм Илдар тигән ейәндәрен, Лиана ейәнсәрен уҡыта, тәрбиәләй, иман юлына әйҙәй. Бер туған малайҙарҙың йырлаған, доға уҡыған видеояҙмалары бер нисә йыл инде социаль селтәрҙәр буйлап йөрөй. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың әсәйҙәре Лена ун йыл элек яҡты донъянан киткән. Лианаға ул саҡта бер генә йәш булған. Хәҙер инде ул мәктәптә уҡый, ә өлкән ағаһы былтыр тулы булмаған урта белем тураһында аттестат алды.

Өләсәйҙәре Зөһрә Зиннәт ҡыҙы Мәһәҙиева яҡшы кешеләр булһын тип тәрбиәләй уларҙы. Малайҙар ҙа уға бар хәленсә ярҙам итә. Илдар үгеҙ башмаҡты ҡулға эйәләштереп, көн дә мал һуғарырға йөрөй. Юлда осраған кешеләргә был хәл ҡыҙыҡлы тойола һәм уны видеоға ла төшөрөп алалар.

🙏🏻Тик бына балаларҙың атайҙары махсус хәрби операцияға китә һәм сентябрҙән бирле хәбәре юҡ. Әммә улар өмөттәрен өҙмәй көтә...

"Башҡортостан"

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: