Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Илдар ат менеп йөрөйәсәк

Әбйәлил районының "Ылаҡ" командаһы капитаны, атта һыбай килеш көрәшеү буйынса донъя чемпионы Ғәлим Яуынбаев үҙенең дуҫы Илдар Ғирфанов менән үгеҙ менеп йөрөгән Илдар Мәһәҙиевҡа ҡолон бүләк иткән!

Илдар ат менеп йөрөйәсәк
Илдар ат менеп йөрөйәсәк

"Был шаҡ ҡатырғыс бүләк булды инде. Өлөкөгөн шылтыратып әйткәстәр, илап алдым, Илдарҙың үҙенә әйтмәй торғайныҡ, кисә алып килер саҡта әйттем, ҡыуанысынан сыҙамай тышта көтөп ултырҙы, балаҡайым. Шундайҙа ҙур бүләккә нисек ҡыуанмайһың инде. Исем ҡушып тороп, йүгәнләп тороп алып килделәр, исеме - "ЕҢЕҮ"! Аллаһ бирһә илгә бөтөн яҡтанда тик еңеүҙәр генә теләйбеҙ! Ғәлим улыма, уның командаһына алда ҙур уңыштар насип булһын, Аллаһы Тәғәлә меңләтә сауаптарын насип итһен!"- тине Зөһрә Мәһәҙиева.

Илдар - Әбйәлил районы Ҡаҙмаш урта мәктәбенең 9-сы класында уҡый. Өлкән ағаһы Линар - Өфө ҡалаһында медицина колледжы студенты, ә Лианаға 11 йәш.

"Еңеү" исемле ҡолон һәр береһенә оло еңеүҙәр килтерһен, шул иҫәптән илебеҙгә лә Еңеүҙе яҡынайтһын, Илдарҙың да атаһы оло еңеү менән ҡайтһын, тиҙерәк табылһын һәм еңеүҙәр тағы ла күп булһын!



Сығанаҡ: "Башҡортостан"

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: