Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормоштан йәм табып йәшәүселәр

Матрайҙа ил тотҡаһы булырҙай ғаиләләр байтаҡ, шуларҙың араларында Ғәлләмовтар алсаҡлыҡтары менән айырылып тора.  Бәхетле мизгелдәр, шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай булған, борсолоу, һағыш-үкенестәр ҙә ситләп үтмәгән  

Тормоштан йәм табып йәшәүселәр
Тормоштан йәм табып йәшәүселәр

«Тормош көтөү – диңгеҙ кисеү», тиҙәр. Диңгеҙҙә лә тыныс һәм дауыллы ваҡыттар булған кеүек, тормош та бер яй менән генә бармай. «Ә бер-береңә юл биреп, ихтирам итеп яшәһәң, барыһын йырып сығырға була», – тигән фекерҙә Фирҙәүес һәм Рәмил Ғәлләмовтар. Быйыл уларҙың уртаҡ тормош ҡороуҙарына 40 йыл тула.

Йылдар дауамында ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп йәшәгән пар Рәмил һәм Фирҙәүес  күптәргә өлгө булып тора. Ҡайны менән ҡәйнә йортона күрше булып 34 йыл татыу ғүмер кисерә.

Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы Аралбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Башланғыс белемде Аралбай, Ғәле ауылы мәктәптәрендә ала. Ул урта мәктәпкә барғанында Фирҙәүес апайҙың ата-әсәһе Матрайға күсеп килә. Бәләкәйҙән теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһына, ҙурайғас һис шикһеҙ шул фәндәр уҡытыусыһы буласағы тураһында хыяллана. Мәктәпте тамамлағас та студент булып китергә яҙмай, күрше ауыл фермаһында һауынсы булып эшләй. Бер йылдан  “рабфак”ка уҡырға инеп, имтихандарҙы уңышлы тапшырып институт студенты булып китә. Дүртенсе курста уҡығанында мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән егете Рәмил тәҡдим яһай һәм йәштәр ғаилә ҡора.

Рәмил Фазылйән улы Матрай ауылы егете. Бәләкәйҙән баҫалҡы егет. Мәктәпте уңыщлы тамамлағандан һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһын тамамлап водитель танытмаһы алыу менән Совет Армияһы хеҙмәтенә алына. Ватан алдындағы бурысын алыҫ Кавказ яҡтарында намыҫлы үтәп тыуған яҡтарына ҡайта. Ул ваҡыттарҙа совхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағы, “эшләйем”, тип торғандарға эш табылып ҡына тора. Рәмил ағай ҙа “Башҡорт” совхозына водитель булып эшкә төшә һәм 32 йыл ғүмерен ошо һөнәргә бағышлай. Ә әлеге көндә ауыл мәктәбендә йылытыу операторы.

Матрайҙа ил тотҡаһы булырҙай ғаиләләр байтаҡ, шуларҙың араларында Ғәлләмовтар алсаҡлыҡтары менән айырылып тора.  Бәхетле мизгелдәр, шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай булған, борсолоу, һағыш-үкенестәр ҙә ситләп үтмәгән ғаилә бер кыҙ һәм ике ул үҫтереп, ҡыҙҙарын оло тормош юлына оҙатҡандар. Кесе улдары ла бына-бына эйәле-башлы булырға тора. Ҡыҙғанысҡа, оло улдары фажиғәле һәләк була. Ауыр ҡайғыны ла Ғәлләмовтар иңгә-иң терәп үтә. Атайһыҙ ҡалған ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеүҙә ярҙам итәләр, уның уңыштарына ҡыуанып бөтә алмайҙар.

Өлгөлө, бөтмөр ғаилә эштә лә, йорт-ҡура тирәһендә лә өлгөр. Аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, күпләп баҡса үҫтерәләр. Рәмил ағайҙың ихатаһы “техника ихатаһына” оҡшап тора. “Техника ене” ҡағылған ағай уларҙы ла айырыуса бер иплелек менән ҡарай. Уның трактор, машиналары һәр саҡ сафта. Йорт тирәһендә айырыуса бөхтәлек, бар ерҙән нур һибелә. Әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп торған өй тирәләй күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә-гөлдәр үҫә. Баҡсала емеш ағастарының ниндәйе генә юҡ. Уңған хужабикә йыл әйләнәһенә һәм барлыҡ туғандарға етерлек итеп ҡайнатма, павидло, һут һәм башҡа төрлө тәмлекәстәр әҙерләп ҡуя.  

Утыҙ ете йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы. Математика физика фәндәренән уҡыта. Бала саҡтан теүәл фәндәрҙе яратҡан уҡытыусыға тормош һабаҡтары дәрестәрен алып барырға тура килә. “Дәрестәр теҙмәһендә был дәрестең булыуы бик кәрәк тигән фекерҙәмен. Сөнки, балаларға ата-әсә тарафынан еткерелмәгән мәғлүмәтте уҡытыусы ентекле итеп “сәйнәп” бирә. мин үҙем дә был фән менән ныҡлап ҡыҙыҡһындым. Тик, бер дәреслек менән генә дәрес үткәреп булмай, шуға күрә төрлө китап-журналдар уҡырға, семинарҙарҙы, уҡыуҙарҙы ҡалдырмай йөрөргә тура килде. Әле булһа уҡыусыларым тап булғанда рәхмәт әйтеп китәләр. Хатта ябай ғына, өҫтәл артында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен беҙгә, һеҙ өйрәттегеҙ, тип тә рәхмәт әйткәндәр бар“, тип һөйләй Фирҙәүес апай. Уның  фиҙәҡәр хеҙмәте юғары баһаларға эйә, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Педагогик хеҙмәт ветераны”. Әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ул һәр ваҡыт өлгәшелгәндәре менән генә сикләнеп ҡалмай, үҙенең белемен даими камиллаштыра, һәр ваҡыт балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең яңы юлдарын, алымдарын эҙләй. Ул уҡыусыларына әллә күпме рухи көс һәм энергия бирә! Тәрбиәләнеүселәрен физика закондарын ғына түгел, ә тормош ҡанундарын да дөрөҫ һәм ябай аңларға өйрәтә.  Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы һәр ваҡыт энергиялы, эшлекле, үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға талапсан булыуы, үҙ предметын яҡшы белеүе, методик оҫталығы, юғары эрудицияһы менән айырылып тора. Шуға күрә лә хаҡлы ялға сығыу менән хеҙмәт юлын туҡтатмай. Әлеге көндә ауыл хакимиәтендә эшләп йөрөй.

Үҙ-ара мөнәсәбәт—ғаиләнең нигеҙе. Беҙ бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашырға тейешбеҙ: ир менән ҡатын, ата-әсә менән балалар. Нәҡ ошо аралашыу ғаиләне берләштерә.  Ғәлләмовтарҙың да балалары менән бәйләнеше тығыҙ. Атай менән әсәй балаларына бар булған һөйөүҙәрен һалған. Уларҙың уңыш-шатлыҡтарына ҡыуанып, уңышһыҙлыҡтарына көйөнөп, терәк-кәрәк булып ғүмер итә. Донъя мәшәҡәттәренән саҡ ҡына буш ваҡыттары булдымы, туғандарының хәлен белешергә ашығалар. Үҙҙәре туған йәнле булғас, уларҙың да ҡапҡалары ябылмай, хәл белеүселәр күп. Уларҙың һәр береһенә иғтибар бүлеп күстәнәстәр менән оҙаталар.

Татыу ғаилә – ил күрке! Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, хөрмәт итеп йәшәүсе Ғәлләмовтар бергә йәшәү серен ошонан күрәләр. 

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: