Районыбыҙҙың ҙур ауылдарының береһе Яманһаҙҙа тыуып үҫә ул. Бәләкәй саҡтан театрға ғашиҡ ҡыҙ туғыҙынсыны бөткәс театр училищеһына имтихан бирергә өлгөрмәй. Әммә үткен ҡыҙ юғалып ҡалмай, Сибай педагогия колледжына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға.
Хеҙмәт юлын балалар аниматоры булып башлай. Әммә тыуған ауылын өҙөлөп яратҡан Ильма Ямаһаҙға ҡайтырға ҡарар итә. Бында йәш белгес ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә эш башлай. Бала саҡтан сәнғәт яратҡан ҡыҙ ең һыҙғанып көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй , эшкә тотона.
– Уҡыған саҡтан ауыл мәҙәниәт усағын күтәрергә хыялландым, үҙемсә пландар төҙөнөм. Бына, ниһайәт, хыялдарымды әкренләп тормошҡа ашыра башланым. Биш йыл эшләү дәүеремдә иң ҙур ҡаҙанышым – утыҙ йылдан артыҡ эшләп килгән “Әхирәттәр” ансамбеленә халыҡ фольклор ансамбле исемен алыуға өлгәшеү булғандыр. Был ижади коллектив мин бәләкәй саҡтан эшләп килде. Унда минең өләсәйем дә, ҡартәсәйем дә ҡатнашты. Ансамблдең составы әллә күпме тапҡырҙар алмашынһа ла , уларҙың ижади эше бер ҡасан да туҡтаманы, – ти Ильма Сәйфетдин ҡыҙы.
Мәҙәниәттә эшләүсе – кешеләргә яҡшы кәйеф өләшеүсе ул. Бүтәндәргә байрам, ял көндәре булғанда, улар һәр ваҡыт эштә.
Яманһаҙ мәҙәниәт һәм ял үҙәге коллективында әүҙем, ижади кешеләр йыйылған. Ильма Сәйфетдин ҡыҙы билдәләүенсә, хеҙмәттәштәренән уңған ул.
Һуңғы йылдарҙа халыҡты мәҙәниәт усаҡтарында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”, “Беҙ – бергә!” акциялары берләштерә. Шул рәүешле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн ярҙам күрһәтелә. Аҙыҡ-түлектән посылкалар йыйыу булһынмы, маскировкалау селтәрҙәре үреүме, йылы ойоҡбаштар бәйләүме – бар эшкә лә халыҡ дәррәү ҡушыла.
Тормош бер урында тормай. Һәр өлкәлә лә, шул иҫәптән мәҙәниәттә лә, яңынан-яңы алымдар индерелә, яңы жанрҙар, заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Ильма ла үҙгәрештәрҙе еңел ҡабул итә, заман менән бергә атлай. Уға сараларға сценарийҙар төҙөү, презентациялар, проект эштәре алып барыу бер ни түгел икән. Ул әле булһа уҡытыусыһы Елена Владимировна Батанинаға (ул да Йылайыр ҡыҙы) рәхмәтле икән. Былтырғы йылдың проект эше грантҡа үтеп мәҙәниәт йортона музыка ҡорамалдары алғандар.
Ильма үҙенең эшенең оҫтаһы, бар күңелен биреп эшләй. – Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе ваҡыт менән иҫәпләшмәй, – ти ул.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, ысынлап та шулай. Байрамғоловтарҙың татыу ғаиләһендә ике бәләкәй бала үҫә , тормош иптәше вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй.
Һөнәренең тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, бар ерҙә лә өлгөрә йәш, энергиялы ҡатын. Яратҡан, хәстәрле әсәй, тоғро ҡатын да ул. Улы һәм ҡыҙының ижади һәләттәрен үҫтереүгә күп иғтибар бүлә, балалар баҡсаһында ата-әсәләр комитеты ағзаһы булып тора. Йорт тирәһендә лә өлгөрә. Иптәшен, балаларын тәмле-татлы ризыҡтар бешереп һыйлай. Мәҙәниәткә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу нәҫелдән күсә килә, тиҙәр.
Төрлө яҡлап үҫешергә, үҙ һәләтен асырға, яңы йүнәлештәр буйынса эшләргә яратҡан йәш белгес республика, район-ара конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Талантҡа сик юҡ, һәр ҡайҙа ла ижад кешеһе һәләттәрен асырға юл табыр. Ысын сәнғәт халыҡтың танһығын ҡандырырға, уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, уны көндәлек тормоштан саҡ ҡына юғарыға күтәрергә тейеш. Был йәһәттән Ильма Сәйфетдин ҡыҙына афарин тип әйтергә генә ҡала. Күңеле бөтөн, донъяһы түңәрәк уның, сөнки яратҡан эше, уны һәр ваҡыт аңлап, һағынып көтөп алған яҡындары бар. Бер һүҙ менән, илһамланып ижад ит кенә, Ильма!