Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Балаларым – бәхетем!” – ти Рәйсә инәй

Тыуған йорт ҡотон һаҡлап, килгән балаларҙы ихлас ҡаршы алып, күстәнәстәрен тейәп оҙатып ҡалған әсәй-атайҙар барҙа, беҙ бәхетле!

“Балаларым – бәхетем!” – ти Рәйсә инәй
“Балаларым – бәхетем!” – ти Рәйсә инәй

Матрай ауылында йәшәгән Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы Мәғзүмова шундай әсәйҙәрҙең береһе. Уның һөлөктәй өс улы, өс килене һәм яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре төп йортта көтөп алынған ҡунаҡ.

Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы Аралбай ауылында Рамаҙан менән Мәрғизәр Боҫҡоновтарҙың ете балалы ишле ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе уны бөтмөр, эшлекле, кешелекле итеп үҫтерә.

- Шундай йәмле тәбиғәтле ерҙә тыуғаныма әле лә һөйөнөп бөтә алмайым. Беҙ бит йәй буйы Һаҡмар буйынан ҡайтмай үҫтек. Көн оҙоно әхирәттәребеҙ менән һыуҙан сыҡмай торғайныҡ. Шуға ла бала сағым береһенән-береһе күңелле хәтирәләр менән бәйле. Балалыҡ йылдарын иҫкә төшөрһәң, Һаҡмар йылғаһында һыу инеүҙәр, уның буйында уйнауҙар һағындыра. Оҙаҡлап, онотолоп китһәк, әсәйҙәр яр башынан ҡысҡырып, әрләп алып ҡайта торғайны. Һыуға тип китһәк тә, һыу төшмәй, бер-ике суммай ҡайтмай торғайныҡ. Еләккә тип китһәк тә, биҙрәләребеҙҙе онотоп һыуҙан сыҡмаҫтан ятабыҙ, – тип балалыҡ йылдарын иҫләй ул.

Рәйсә инәй бәләкәс саҡтағы ваҡытын хәстәрһеҙ генә үткән кеүек һөйләһә лә, улай ғына булмаған, әлбиттә. Балалар өлкәндәр менән бер рәттән бесән дә эшләгән, сөгөлдөр утауҙа ла ҡатнашҡан. Ә сөгөлдөр утауҙа планды үтәргә кәрәк булған. Эш күп эләгә ул осор балаларына.

Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында тамамлағас, ҡыҙ Үрге Ғәле мәктәбенә уҡырға бара. Унда 8-сегә тиклем белем алғас, Матрай урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә, 10-сыны шунда тамамлай.

- Күмәк уҡыныҡ. Ул ваҡытта кластар шығырым тулы булды. Һәр класта 30-40 бала белем алыр ине. Мәктәп балалар тауышынан гөрләп торҙо, – тип балалыҡ хәтирәләре менән бүлешә Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы.

Артабан белем алыу өсөн йәш ҡыҙ Рәйсә эшселәр кооперативы юлламаһы менән Бирск ҡалаһына уҡырға бара, унда бухгалтер һөнәрен үҙләштереп сыға. Дипломлы белгес тыуған яғына ҡайтҡас, Балапан ауылында һатыусы булып эшләй. Совхозда ла төрлө эштәрҙә йөрөргә тура килә уға.

- Шунан, 1986 йылда Матрай дауаханаһына сестра хозяйка булып төштөм. Егерме йыл дауамында шул бер урында хеҙмәт юлы үттем. Ул ваҡытта гөрләп торған дауаханала эшләүе күңелле булды. Бала табыу бүлеге лә, теш дауалау кабинеттары ла булды. 50-ләп кеше дауаланып ятыр ине. һуғыш ветерандары ла беҙҙә бағыла торғайны. Табибыбыҙ Салауат Мәхмүтйәнович пациенттарға узиһыҙ-нейһеҙ диагноз ҡуйып, дөрөҫ дауалай торғайны. Иҫләргә генә ҡалды... – тип йәшлек йылдарын хәтерләп алды Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы.

Балапан ауылында эшләп торғанда буласаҡ тормош иптәше Салауат менән таныша.

- Яңы армия хеҙмәтенән ҡайтҡан егет магазинға инде бер көн. Бейек, матур, зәңгәр күҙле һоҡланғыс егет ине. Оҡшатыштыҡ. Миңә 19 ғына йәш ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек, – тип матур хәтирәләргә бирелә Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы.

Йәштәр бәләкәй генә иҫке өйҙә оя ҡора. Тырыш булғас, оҙаҡламай, иркен йорт һалып инәләр. Башҡаларҙың күҙен ҡыҙҙырырлыҡ итеп йәшәй Мәғзүмовтар. Салауат олатай менән ҡарағайҙай өс улға ғүмер бүләк итәләр. Дамир улдары менән Илзә килендәре, Рәфис улдары менән Гөлнара килендәре Матрай ауылында төпләнгән. Хәстәрлекле атайҙың ярҙамы менән яңы өй һалып ингәндәр. Кесе улдары Данис менән килендәре Гүзәлиә Йылайыр ауылында йәшәй. Рәйсә инәйҙең туғыҙ ейән-ейәнсәре бар.

Дауахана эшенә ғүмерен биргән Рәйсә инәйҙе матур итеп хаҡлы ялға оҙаталар. Өйҙә бер ҙә күңелһәләнеп ултырмай ул, ҡулынан бәйләме төшмәй. Күҙҙең яуын алып торған түшәктәр, диван япмалары бәйләй. Улар йортто йәмләп, күркәмләндереп ята.

- Ырғаҡ менән бәйләүгә өҫтөнлөк бирәм. Төҫлө ептәрҙе ҡулыма алып, бәйләй башлаһам, күңелһеҙләнеүем баҫыла төшә. Балаларыбыҙҙы үҫтереп, эйәле-башлы итеп бөткәс, бабайым менән сөкөрләшеп кенә ултырырмын, тип уйлай инем. Булманы... Салауатым иртә китеп барҙы, – тип көрһөнә инәй.

Әл дә балалары әсәләрен, бейемдәрен, ҡартәсәйҙәрен яңғыҙлатмай. Йүгерә һалып килеп етәләр, бар йомошон үтәп торалар, барыр еренә алып баралар. Иң ҡәҙерле кешеләрен – ейән-ейәнсәрҙәрен тәм-том бешереп ҡаршы ала, яратып оҙатып ҡала Рәйсә инәй.

Буш ваҡытында гәзит-журнал уҡырға ярата. Уларҙы инәй күпләп алдыра, бер битен ҡалдырмай уҡып сыға, килгән-киткәндәрҙе лә алдырырға өгөтләп ултыра. Өй тәҙрәләре гөл-сәскәгә күмелгән. Береһенән-береһе сағыу сәскәләрҙе инәй яратып, бәпләп үҫтерә. Йәйгә сыҡһа, баҡса үҫтерергә керешеп китә. Бер һүҙ менән, бер ҙә тик ултырмай ул. Донъянан йәм табып йәшәй белгәндәрҙең береһе ул – Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы Мәғзүмова!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: