Ҡатын-ҡыҙ көслө заттың яҡлауына мохтаж, шулай ҙа күп осраҡта уға көслө ихтыярлы булырға тура килә. Ғорур ҙа, ғәҙел дә, намыҫсан да, наҙлы ла, кәрәк икән саҡматаштай ҡаты ла була алырлыҡ сифаттар бирелгән шул гүзәл затҡа. Оҫта хужабикә, бәхетле ир ҡатыны, балаларының яратҡан әсәһе, ҡәйнәһе, өләсәһе, шул уҡ ваҡытта ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән йәмәғәтсе Гөлнара Далха ҡыҙы Рафиҡова тураһында булыр яҙмабыҙ. Ул Юлдыбай ауылында йәшәй. Ирекмән булып китеүе илебеҙҙә барған фашизмға ҡаршы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙән башлана.
Борондан ир-егеттәр төрлө һуғыштарҙа, ихтилалдарҙа ҡатнашҡан, ә ҡатын-ҡыҙ, бар сабырлығын туплап, тормош усағын һүндермәй донъя көткән, тылдан һуғыштағыларға ярҙам иткән. Улы, өлөшләтә мобилизацияланып, махсус хәрби операцияға киткәс, Гөлнара Далха ҡыҙы үҙенә урын таба алмай, төшөнкөлөккә бирелә. Уны “ни өсөн минең улым, ә бүтәндеке түгел?”, тигән бер генә һорау борсой. Шулай аңҡы-тиңке булып йөрөүенә ике ай тирәһеләй ваҡыт үтә. Бер көн ул ауылдың ағинәйҙәре хәрби операциялағы егеттәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙары тураһында ишетә, һәм ихласлап үҙенең күстәнәстәрен дә алып бара. Ауыл халҡы алып килгән бик күп әйберҙәр араһында кәрәкмәгәндәре лә барлығын күрә, быға тиклем улына бер нисә тапҡыр посылка ебәргән Гөлнара апай әлеге мәлдә унда нимәләргә мохтажлыҡ кисереүҙәрен яҡшы белә. Уның аҡыллы кәңәштәрен тыңлап торған ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Гөлнара Далха ҡыҙына ауылда гуманитар ярҙам ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алыуҙы тәҡдим итә. Башта ул аптырап ҡала, әммә ауылдаштары бер тауыштан “һин булдыра алаһың, һин был эште алып бара аласаҡһың”, тип уны ҡеүәтләп, дәртләндереп ебәрә. Гөлнара Далха ҡыҙы шул ваҡыттан алып ныҡлап йәмәғәтселек эшенә тотона.
Гөлнара Далха ҡыҙы бүтән ирекмәндәр кеүек эшен беренсел кәрәк-яраҡ йыйыуҙан башлай. Артабан контрактниктар һәм мобилизацияланған егеттәрҙең исемлеген төҙөп, бер нисә төркөмгә бүлеп ала. Быны посылка йыйғанда шулай уңай булыуы менән аңлата ул. “
Райондан оҙатылған гуманитар ярҙамдан тыш ялға ҡайтҡан егеттәр бер-береһенә ярҙам ташый. Ошо осраҡта кәрзиндән йыйылған әйберҙәр бик ярап ҡала. Уларҙы матурлап ҡумтаға тултырып, юлға сығырға торған һалдаттың өйөнә алып барып тапшырам. Ҡайһы частән, кемгә тапшырырға кәрәклеген әйтеп ҡуям. Һәр һалдаттың ғаиләһе яҡын миңә, үҙ туғанымдай күрәм, шуға күрә егеттәр менән әңгәмәләшкәндә яҡындарығыҙға шылтыратып тороғоҙ тип үтенәм. Әгәр ҙә бер нисә көн бәйләнешкә сыға алмаҫын алдан белһә, иҫкәртеүен һорайым. Беҙ бит бында барыбыҙ ҙа борсолабыҙ.
Тағы ла ҡыш көндәре окоп шәмдәре эшләнек. Уны Агроинженерия колледжы студенттары, хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләнек һәм сираттағы гуманитар ярҙам менән оҙаттыҡ. Әлеге көндә лә бик ҙур эш башлап торабыҙ, уны егеттәрҙең һорауы буйынса башҡарабыҙ. Яугирҙәр нимәгә мохтаж булыуҙары хаҡында миңә шылтыратып әйтеп торалар, шунан сығып ярҙам итәбеҙ.
Яуҙа йөрөгән егеттәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Әсәйҙәр көнөндә, ғаилә байрамдарында уларҙы ҡотлайбыҙ, сәй табындары ойошторабыҙ. Ике йыл инде балаларға Яңы йыл байрамы үткәрҙек. Үҙебеҙ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булып уларға бүләктәр өләштек.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә федераль йә республика кимәлендә ярҙам саралары булдырылып тора. Бына шул мәғлүмәтте лә ғаилә ағзаларына еткерергә тырышам. Ауылдаштарыма гәзит аша рәхмәтемде белдерәм, – ти Гөлнара Далха ҡыҙы.
Гөлнара Рафиҡова ауылда яугирҙәргә ярҙам итеүҙе ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе. Уның кәңәштәренә, тәҡдимдәренә күптәр ҡолаҡ һала. Ул ауылдаштарының тырышлығына, ихласлығына һоҡлана һәм уларҙы дәртләндереп, ауыл хакимиәте менән берлектә иң әүҙемдәренә Рәхмәт хаттары тапшыра.
Яҙмабыҙ геройы ғаиләһендә төпсөк ҡыҙ булып үҫә, иркә генә булыуына ҡарамаҫтан уға бала саҡтан рух ныҡлығы хас. Инде бер нисә йыл өлкән (90-ды үткән) әсәһен ҡарай. Эш урынынан ялға ғына ҡайтҡан улын да махсус хәрби операцияға оҙата. Ошондай ауыр ваҡытта ул үҙендә көс табып, бүтәндәргә терәк була белә.
Беҙҙе барыбыҙҙы ла илдәге ауыр хәлдәр берләштерҙе, иң мөһиме, яугирҙәргә рухи ярҙам кәрәк. Улар үҙҙәренең көслө тылы барлығын, уларға ышаныуҙарын, уларҙың ҡайтыуын көтөп тороуҙарын һәм һайлаған юлдарының дөрөҫлөгөнә шикләнмәүҙәрен белергә тейеш.
Ирекмәндәр хәрәкәтенә теләгән бер кеше ҡушыла ала.
Изгелек һәм шәфҡәтлелек аҡса менән үлсәнмәй. Һәр беребеҙгә теләктәш булайыҡ, мохтаждарға, бигерәк тә дөйөм именлек һәм тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямай көрәшкәндәргә битараф булмайыҡ!