Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғилми эшенең хеҙмәт емеше

Рәфҡәт ағай пуля уйлап сығарған

Йомағужа ауылында йәшәүсе Рәфҡәт Таһир улы Вәхитов һунарсылар мылтығы өсөн пуля уйлап тапҡан.

Ул шыма һәм һырлы көбәкле мылтыҡ өсөн тәғәйенләнә (пуля для гладкоствольного и нарезного оружия). Рәфҡәт ағай уйлап сығарған был пуля патент ҡағыҙы менән раҫланған, тимәк, уйлап табыусының авторлыҡ хоҡуғы тик унда ғына һәм башҡа ерҙә уға оҡшаш пуля юҡ тигән һүҙ.

Рәфҡәт Таһир улы ябай ауыл кешеһе, көндәлек мәшәҡәттәрҙән тыш ул ғилми эш менән шөғөлләнә. Бер үк ваҡытта бер нисә йүнәлештә эшләй. Иң һөҙөмтәлеһе, патентҡа эйә булғаны, һунарсылар мылтығы өсөн пуля. Рәфҡәт Таһир улына ғилми эшендә ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Рәфҡәт ағай әйтеүенсә, был уйлап сығарылған пуля иң тәүҙә кешене үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, сөнки яраланған хайуан үҙен нисек тотоуы билдәһеҙ һәм кешегә ташланырға мөмкин. Айыу, мышы, бүре кеүек ҙур хайуандарға атҡан ваҡытта пуля үҙ формаһын юғалтмай, етеҙ, шәп тиҙлек ала, эләккән осраҡта тиҙ туҡтатыу һәләтенә эйә, был ваҡытта яраланған хайуан тиҙ арала йән бирә, ҡасыу һәм кешегә ташланыу һәләтен юғалта.

Ғилми эшенең хеҙмәт емеше
Ғилми эшенең хеҙмәт емеше
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: