Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Саҙиҡа инәйгә – 95 йәш!

Йәйҙең иң күркәм айы июлдә Үрге Ғәле ауылында йәшәүсе Саҙиҡа инәй Дәүләтҡолова үҙенең 95 йәшен билдәләп үтте. Уны район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов барып ҡотланы. Саҙиҡа инәйҙе күркәм юбилейы менән ҡайнар тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, именлек теләп, иҫтәлекле бүләктәр, гөлләмә бүләк итте.

Саҙиҡа инәйгә – 95 йәш!
Саҙиҡа инәйгә – 95 йәш!

Саҙиҡа инәй 1929 йылдың 1 июлендә Аралбай ауылында Нотфулла һәм Хәҙисә Ишбулатовтар ғаиләһендә донъяға килә. Бала сағы, үҫмер осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә.
Бәләкәй генә булһа ла, ҡайҙа ебәрәләр – шунда эшләй, һарыҡ та көтә, һал да ағыҙа. Хаҡлы ялға тиклем ауыл мәктәп-интернатында төнгө тәрбиәсе, көндөҙ йыйыштырыусы була.
1950 йылда Үрге Ғәле ауылы егете Ҡорманғәле Дәүләтҡолов менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ошонда уҡ өй һалып төпләнәләр. Ғаилә бәхетен ишәйтеп бер-бер артлы алты бала донъяға килә.  Саҙиҡа инәй заманында “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларға бала ҡайғыларын да ла кисерергә тура килә, нисек кенә булмаһын, барына шөкөр итеп, килгән бәлә-ҡазаларҙы сабыр ғына кисерә белгән Дәүләтҡоловтар һоҡланғыс тормош юлы үтә.  

Саҙиҡа инәй менән Ҡорманғәле олатай иңгә-иң терәшеп 55 йыл ғүмер итәләр. Әлеге көндә 11 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәренә ҡыуанып, уларҙы һөйөп туя алмай инәй.

Бөгөнгө көндә лә ҡарты менән ҡорған нигеҙен һыуытмай, бер бөртөк ҡыҙы Мөфәззә менән донъя көтә. Әүҙем, сабыр, дәртле инәй бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай, һәр ваҡыт хәрәкәттә.
Тыл ветераны зирәк аҡылы менән, ҙур тормош тәжрибәһенән йәштәргә кәңәштәр биреп ултыра.

Саҙиҡа инәйҙе беҙ ҙә күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Балалар хөрмәтендә ғүмер кисерергә яҙһын.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: